Эстәлеккә күсергә

Дьячков Александр Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дьячков Александр Васильевич
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 25 октябрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Благовещен районы
Вафат булған көнө 8 сентябрь 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (39 йәш)
Вафат булған урыны Благовещен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Башҡортостан Республикаhы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены

Дьячков Александр Васильевич (25 октябрь 1921 йыл8 сентябрь 1961 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының разведка отделениеһы командиры, кесе сержант. Дан орденының тулы кавалеры.

Александр Васильевич Дьячков 1921 йылдың 25 октябрендә Башҡорт АССР-ының Благовещен районы  Николаевка  ауылында  крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Урыҫ. Башланғыс мәктәпте, механизаторҙар курсын тамамлай. Тракторсы булып эшләй.

1942 йылдан алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 йылдың февраленән хәрәкәт итеүсе армияла.

Демобилизацияланғандан һуң 1946 йылда А.В.Дьячков тыуған ауылына ҡайта, А. Жданов исемендәге колхозда тракторсы булып эшләй.

1961 йылдың 8 сентябрендә вафат була. Башҡортостандың Благовещен районы Николаевка ауылында ерләнгән. [1].

861-се уҡсылар полкының йәйәүле разведка взводы разведчигы  (294-сы уҡсылар дивизияһы, 52-се армия, 2-се Украина фронты) 1944 йылдың 20 авгусында румын ҡалаһы Яссынан төньяҡтараҡ  дошман контратакаһын кире ҡаҡҡанда  ҡыҙылармеец Дьячков Александр шәхси  ҡоралынан ете дошман пехотасыһын юҡ итә. 1944 йылдың 21 авгусында Яссы ҡалаһы өсөн урам һуғыштарында  ҡул һуғышы алышында ҡыйыу яугир-разведчик  тиҫтәгә яҡын дошман һалдатын юҡ итә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 8 сентябрендәге Указы менән «немец-фашист илбаҫарҙары менән алыштарҙа командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн»  ҡыҙылармеец Дьячков Александр Васильевич 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 155044).

861-се уҡсылар полкы йәйәүле разведка взводының бүлек командиры (294-сы уҡсылар дивизияһы, 52-се армия, 1-се Украина фронты) кесе сержант Дьячков Александр 1945 йылдың 28 ғинуарында  Гёрлиц тораҡ пункты (Германия) янында «серҙәге» немецты эләктерә, уның күрһәтмәләре дошман контратакаһын кире ҡағыуға алдан әҙерләнергә ярҙам итә. 

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 19 февралендәге  Указы менән «немец-фашист илбаҫарҙары менән алыштарҙа командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн» кесе сержант Дьячков Александр Васильевич 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 28017).

1945 йылдың 16 февралендә Польша ҡалаһы Вроцлавтан төньяҡ-көнсығыштараҡ Хундсфельд ҡалаһы өсөн һуғышта, кесе сержант А. В. Дьячков разведчиктарҙың төркөмөн етәкләп, тауышһыҙ ҡарауыл посын бәреп төшөрә һәм дошмандың терәк пунктына баҫып инә, был ҡаланы азат итеүҙә  полкҡа уңыш килтерә, 1945 йылдың 18 апрелендә ул ҡабаттан 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.  

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1959 йылдың 24 декабрендәге указы менән «немец-фашист илбаҫарҙары менән алыштарҙа командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн» Дьячков  Александр Васильевич,  Дан орденының тулы кавалеры булып, 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 3720).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Николаевка ауылында Дан орденының тулы кавалеры А.В. Дьячков тыуып йәшәгән йортҡа  мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  1. Дьячков Александр Васильевич. «Герои страны» сайты.}
  • Несокрушимые. Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. Уфа.