Дүрт арыҫлан (фонтан)
Дүрт арыҫлан | |
Дәүләт | Сербия |
---|---|
Дүрт арыҫлан Викимилектә |
«Дүрт арыҫлан» фонтаны (сер. Чесма «лавок Четирь») серб ҡалаһы Сремски-Карловциның Бранко Радичевич майҙанында урынлашҡан. Был Сербияның мәҙәни мираҫ объекты.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Дүрт арыҫлан» фонтаны 1799 йылда итальян төҙөүсеһе Джузеппе Априли тарафынан ҡалала һыу үткәргесте тамалау хөрмәтенә төҙөлгән[1].
Фонтан бер нисә тапҡыр реконструкциялауға дусар була ( 1858, 1925 һәм 2007 йылдарҙа), был турала һауыты өҫтөндәге таш табличкалар һөйләй. 1903 йылда фонтан ҡаланың иң үҙәгенә күсерелә, әлеге көндә лә шунда тора[1]. һуңғы реставрация 2007 йылда профессор Миодраг Радуловачканың шәхси аҡсаһына үткәрелгән һәм ҡомартҡыларҙы һаҡлау буйынса Провинциаль бюро тарафынан тормошҡа ашырылған[2].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фонтандың скульптура композицияһы ҡыҙыл мәрмәрҙән эшләнгән: өс баҫҡыслы постаментҡа һауыт урынлашҡан, уның үҙәгендә — квадрат киҫелешле колонна, дүрт яғында — күләмле дүрт арыҫландың суйын һындары, ауыҙҙарынан һыу сығып торған баҡыр торбалар һерәйеп тора[1].
Риүәйәткә ярашлы кемдә-кем мотлаҡ фонтандан һыу эсһә, Сремски-Карловциға әйләнеп ҡайта һәм бында никахлаша[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Чесма "Четири лава" у Сремским Карловцима (серб.). Покраjински завод за заштину споменика културе. Дата обращения: 31 декабрь 2018.
- ↑ O prof. dr Miodragu Radulovačkom (серб.). Ekološki centar „Radulovački”. Дата обращения: 31 декабрь 2018. 2018 йыл 17 декабрь архивланған.
- ↑ Фонтан "Четыре льва", Сербия (15 июль 2017). Дата обращения: 31 декабрь 2018.