Бранко Радичевич майҙаны
Бранко Радичевич майҙаны | |
Бранко Радичевич майҙаны Викимилектә |
Бранко Радичевич майҙаны (серб.Бранка Радичевића Трг) — серб ҡалаһы Сремски-Карловциның төп майҙаны, ҡала үҙәгенең тарихи өлөшөндә урынлашҡан, Сербияның мәҙәни мираҫы объекты булып тора. Лирик шағир Бранко Радичевич хөрмәтенә аталған
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Майҙандың барлыҡҡа килеү тарихы XVI—XVII быуаттарға ҡарай, ул саҡта Урта Дунай уйһыулығы Оттоман империяһы биләмәһендә урынлашҡан булған.
XVII быуат аҙағында Карловици солохона ярашлы ҡала Австрияға күсә. Артабанғы ике быуат дауамында майҙан серб патриоттары һәм зыялыйҙар йыйылған урын була, уның тирәләй күп һанлы дини һәм гражданлыҡ биналары һәм ҡоролмалар барлыҡҡа килә. 1713 йылда Карловицила 200 самаһы йылға серб патриархы күсә, һәм 1762 йылда майҙанда Изге Николай соборы төҙөлә, ул Сербияла төҙөлөү мәленә иң ҙур ҡоролма була[1]. XIX быуат аҙағында майҙанда Патриарх һарайы төҙөлә, ул 1930 йылдарға тиклем серб патриархы резиденцияһы була[2][3].
1903 йылда XIX быуаттың аҙағында ҡалала беренсе һыу үткәргес ҡоролмаһының төҙөлөп бөтөүе хөрмәтенә «Дүрт арыҫлан» фонтаны Бранко Радичевич майҙанына күсерелә, ул бөгөнгө көндә лә шунда урынлашҡан[4].
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Патриарх һарайы
-
Изге Николай соборы
-
«Дүрт арыҫлан» фонтаны
-
Иҫке дарыухана
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Знакомьтесь, Сремски-Карловци (2 июль 2012). Дата обращения: 2 ғинуар 2019.
- ↑ Трг Бранка Радичевића . Дата обращения: 2 ғинуар 2019.
- ↑ Градско jезгро Сремских Карловаца . Дата обращения: 2 ғинуар 2019.
- ↑ Чесма "Четири лава" у Сремским Карловцима (серб.). Покраjински завод за заштину споменика културе. Дата обращения: 2 ғинуар 2019.