Дәүләкән йәмиғ мәсете
Дәүләкән йәмиғ мәсете | |
Нигеҙләү датаһы | 1907 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
Урын | Бәләбәй өйәҙе |
Ауыл биләмәһен үҙ эсенә ала | Дәүләкән |
Асыу датаһы | 1992 |
Майҙан | 53 квадрат метр |
Почта индексы | 453400 |
Дәүләкән йәмиғ мәсете — 1907 йылда Бәләбәй өйәҙе Этҡол[1] ауылында (хәҙер Дәүләкән ҡалаһы эсенә инә) төҙөлгән. Нәбиулла Кәримов, әүҙем һәм эшһөйәр сауҙагәр, мәсет төҙөүҙе ойоштороусы була. Ошо ауылда йәшәүсе ағалы — ҡустылы Үтәмәшевтар ҙа мәсет төҙөүҙә ҙур булышлыҡ күрһәтәләр, аҡса менән ярҙам итәләр. Дәүләкән мәсете Башҡортостан Республикаһының Диниә назараты ҡарамағында үҙ эшен алып бара.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәсеттең ҙурлығы 25х12,9х4,8; бер ҡатлы. Ике яҡлы ҡыйыҡ менән ябылған. Стенаһы аҡ таштан һалынған, ҡомташ менән һыланған. Тәүге манараһы таштан төҙөлгән, 30 метр бейеклектә булған. Әлеге манара ағастан −12 метр бейеклектә. Манараны яңынан төҙөү эштәре башланған. Ике намаҙ уҡыу бүлмәһе бар. Мәсеттең китапханаһында дини китаптар, Ҡөрьән хәҙистәренә ҡағылышлы әсбаптар һаҡлана.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуат башында мәсет эргәһендә имам — хатип И. Имаев етәкселегендә мәҙрәсә эшләгән. 1930 йылда коммунистар тарафынан мәсет ябыла. Таш манараһы емерелә. Мәсет бинаһында клуб асалар.
1992 йылда Дәүләкән районы Советы ҡарары менән мәсет дин тотоусыларға тапшырыла. Яңынан уны тергеҙеү эштәре йәнләндерелә.
1993 йылдан Дәүләкән йәмиғ мәсете эргәһендә Ҡөрьән уҡыу алымдарын, ғәрәпсә уҡырға өйрәнеү, хәҙистәрҙе өйрәнеү өсөн дәрестәр үткәрелә, курстар эшләй.
Мәсет Дәүләкән ҡалаһының һәм районы халҡының дини тормош үҙәге булып хеҙмәт итә. Көн һайын биш намаҙ уҡыла. Мосолман байрамдарын үткәреү дини йолаға әйләнгән.
Имам-хатиптары:
1993 йылдан 1995 йылға тиклем — М. Баҡыев
1995 йылдан 2005 йылға тиклем — С. Х. Ғәбделмәнов
2005 йылда (февралдә) — Н. И. Мөхәррәмов
2005 йылдан — Р. Р. Сафин
Дәүләкән йәмиғ мәсет бинаһы мәҙәни мираҫ объкты иҫәбендә тора.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҡын мәсеттәр:
- Раевка мәсете - 23 саҡрым
- Стәрлетамаҡ йәмиғ мәсете -35 саҡрым
- Өфө мәсеттәре- 44 саҡрым
- Тарихи мәсет - Бәләбәй −66 саҡрым
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [Страницы истории родного края. Давлекановский район.2005 г. Деревня Иткулово стр.33]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дәүләкән йәмиғ мәсете // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- [Страницы истории родного края. Давлекановский район.2005 г. Деревня Иткулово стр.33]