Эстәлеккә күсергә

Дәүләт мәктәбе (Әбйәлил районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләт мәктәбе
Нигеҙләү датаһы 1906
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы, Әбйәлил районы, Дәүләт ауыл Советы һәм Дәүләт
Рәсми сайт abroo11.02edu.ru
Карта

Дәүләт мәктәбе (рус. МБОУ СОШ с. Давлетово муниципального района Абзелиловский район Республики Башкортостан) — Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Дәүләт ауыл Советы биләмәһендәге уҡыу йорто. Дәүләт ауылында урынлашҡан

Дәүләт ауылында тәүге башланғыс мәктәп 1906 йылда асыла. Уҡытыу урыҫ телендә генә алып барыла. Ул ваҡытта уҡытыусы булып Герман Владимирович Әлембәков эшләй. Ул ваҡытта башҡорт балалары мәсеттә уҡыған, әммә оҙаҡламай мәктәптә башҡорт класы ла барлыҡҡа килә.

Совет власы урынлашыу менән һәм партияның грамотаһыҙлыҡты бөтөрөү буйынса указы буйынса Дәүләттә ликбездар 1926 — 27 йылдарҙа барлыҡҡа килә. Тәүге уҡытыусы Нуретдин була (фамилияһы билдәһеҙ). Беренсе совет мәктәбе 1928 йылда эшләй башлай. Ул Сысоевтың шәхси йортонда урынлаша.

1930 йылда мәктәп Колмогоровтар йортона күсерелә. Өйҙөң яртыһында колхоз идараһы урынлаша, икенсе яртыһы мәктәпкә бирелә. Мәктәп бинаһы бик бәләкәй, балалар күп була, шуға күрә 1934 йылда был йорт тулыһынса мәктәпкә бирелә. 1935 йылда мәктәптә Усманов Мәһәҙей Усман улы уҡыта.

1947 йылда белем биреү учреждениеһы ете йыллыҡ мәктәп статусын ала. 1951 йылда мәктәп күл буйындағы өс бүлмәле яңы йортҡа (хәҙерге ауыл советы урыны) күсә.

1953 йылда идаралыҡ үҙенә яңы бина төҙөй, мәктәп иҫкеһенә күсә. Мәктәптә яҡын-тирәләге өс ауылдан һәм Дәүләттән балалар уҡый. Дәрестәр ике сменала алып барыла. Бер үк ваҡытта башҡорт һәм рус кластары ла була. Башланғыс кластарҙа ике генә уҡытыусы була. Һәр береһенә дүрт класс бирелгән: 1-се, 2-се, 3-сө, 4-се кластар.

1957 йылда ағас йортҡа төкәтмә һәм мәктәпкә ун класс бүлмәһе булған ике ҡатлы шлакоблоктан бина төҙөлә башлай. 1960 йылда мәктәп һигеҙ йыллыҡ статусын ала. 1980 йылдың сентябрендә яңы мәктәп асылды, ә бер йыл элек мәктәп урта мәктәп тип үҙгәртелә.

Ҡушый, Яңауыл, Селивановка ауылдары уҡыусыларын мәктәп автобусы дәрескә йөрөтә. Әлеге ваҡытта мәктәптең 3 филиалы бар, унда 34 уҡыусы белем ала[1].

  • Хәсәнов Мортаза Хәсән улы (1947)
  • Хәмәҙиев Хисам Хәмәҙи улы (1951)
  • Сәғитов Миҙхәт Закир улы (1956)
  • Мәжитов Мотаһар Басир улы (1957)
  • Әхтәмов З. Х.
  • Зәйнуллин Вәлит Әхмәтшәриф улы
  • Мәжитова Гөлшат Сәғәҙи ҡыҙы
  • Бижанов Ришат Әшәриф улы (2003)
  • Шәрипова Йәмилә Хәмзә ҡыҙы (2007)
  • Сәлихов Ислам Ибраһим улы
  • Йәһүҙин Турғаҙаҡ (1947)
  • Носов Василий Егорович (1947)
  • Солтанов Шәкүр Вәлиәхмәт улы
  • Ғәлимов Әхмәт Мөхәмәт улы
  • Ғәлимова Августа Ивановна
  • Хәсәнов Мортаҙа Хәсән улы
  • Хәкимова Рәйсә Закирйән ҡыҙы
  • Юнысова Ғәйнисафа Батырхан ҡыҙы
  • Исхаҡова Әнүзә Сәләх ҡыҙы
  • Иванова Татьяна Васильевна
  • Сәғәҙәтоа Сәлимйән
  • Ибәтуллина Зәкиә Закир ҡыҙы
  • Хәлисов Ришат Әбүзәр улы
  • Шәрәфетдинова Зифа Ниғмәт ҡыҙы
  • Хисаметдинов Дамир Сәләх улы
  • Гаррапов Зөлфир Фәттәх улы
  • Зәйнуллин Тимерйән Зәйнулла улы
  • Зәйнуллина Мөниә Мөҙәрис ҡыҙы
  • Әхтәмов Зиннәт Һибә улы
  • Тарасова Татьяна Вадимировна
  • Желнина Анна Ивановна
  • Мәжитова Г. С.
  • Отряхина Л. А.
  • Бижанова Д. З.
  • Ғәйнетдинова Лилиә Мотаһар ҡыҙы
  • Хисмәтулина Зөлфиә Хәмит ҡыҙы
  • А. И. Тумаев
  • Т. З. Зәйнуллин
  • Ғәлиәкбәрова Рәзилә Зөбәйер ҡыҙы — директорҙың уҡытыу-тәрбиә өлөшө буйынса урынбаҫары
  • Аслаева Раушания Иштимер ҡыҙы — тарих, йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы
  • Сабитова Клара Ишмөхәмәт ҡыҙы — башҡорт теле уҡытыусыһы
  • Сәлихова Зөлфирә Ишбулат ҡыҙы — технология уҡытыусыһы
  • Суфиянова Гүзәл Марат ҡыҙы — математика уҡытыусыһы
  • Хисмәтуллина Зөлфиә Хәмит ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Шәрипова Йәмилә Хәмзә ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Шөғөров Зөфәр Зөлфәр улы — физик культура уҡытыусыһы
  • Шөғөрова Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы — математика уҡытыусыһы

Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәп тураһында матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мәктәп сайты [1](недоступная ссылка)