Дөйәташ (Ырымбур өлкәһе)
Дөйәташ | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Беляевка районы |
Был объекттан күренештәр категорияһы | Category:Views from Dyuyatash[d] |
Дөйәташ Викимилектә |
Дөйәташ (рус. Верблюжка ) — Ырымбур өлкәһе Беляевский районындағы тау.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тау Яйыҡ йылғаһы янында өс дөйә үркәсе кеүек ҡабарып торған ҡалҡыулыҡтан ғибәрәт. Бейеклеге- 198 м. Ситтән ҡарағанда «ике үркәсле» кеүек күренә, шуға тауҙы Дөйәташ тип атағандар ҙа инде («Верблюжка»).
Ул тауҙы хасил итеүҙә Яйыҡ менән уның Ҡушылдығы булған Елшанка йылғаһы ҙур роль уйнаған. Был йылғалар ҡаты ғына эзбизташтан торған тау тоҡомон ике урында йыуа-йыуа һыртты икегә бүлгән .Ул Кандуровка ауылына табан төньяҡ-көнбайышҡа табан һуҙылған. Пермь системаһының ассель ҡатламы ҡоромуйын свитаһы эзбизташтарынан торған һырттары Яйыҡ йылғаһы үҙәненең көньяғында күренеп тора. Эзбизташтарҙан битум еҫенә оҡшаш еҫ килә, быға тауҙарҙы тикшергән Э. А. Эверсманн иғтибар итә (1840). Йылғаның текә ярының өҫкө өлөшөндә тағы бер ҡалын ҡатлам бар (80 см тиклем), эзбизташлы брекчия тип атайҙар. Бындай брекциялар диңгеҙ төбөндәге болғансыҡ ағымдарҙа барлыҡҡа килә.
Тауҙың көнсығыш һырты көнбайыш һыртына ҡарағанда ла текәрәк. Һыу ашаған урында тау түбәһе һаҡланмаған, шуға күрә тауҙың үҙәк өлөшөндә һыу менән йыуылып китә торған алевролиттар һәм ҡомташ ята. Был тау тоҡомдары бик ҡаты булмағанлыҡтан дөйәтауҙың ике үркәсе араһында билән (седловина) барлыҡҡа килгән.
Дөйәташ түбәһе һәм битләүҙәрендә үҫкән дала үҫемлектәре: петрофиттар һәм кальцефиттар. Улар араһында реликт һәм эндемик үҫемлектәр күп. Бында ҡушбашаҡ үләне (ҡыҙылса), клаусия, ябай оносма,һолобаш, аласуҡ (опеечник), гөбөрлө кейәү үләне һәм башҡа.