Эстәлеккә күсергә

Д. А. Четвериков — Ф. Л. Кноптарҙың ҡала усадьбаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Д. А. Четвериков — Ф. Л. Кноптарҙың ҡала усадьбаһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Басманный район[d]
Урын Колпачный переулок[d]
Архитектор Александр Степанович Каминский[d], Фрейденберг, Борис Викторович[d] һәм Трейман, Карл Васильевич[d]
Архитектура стиле эклектика[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27602932?
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Указания, как добраться Колпачный переулок, 7, строение 2
Карта
 Д. А. Четвериков — Ф. Л. Кноптарҙың ҡала усадьбаһы Викимилектә

А. Д. Четвериков — Ф. Л. Кноптарҙың ҡала усадьбаһы. — Мәскәүҙең (Колпачный тыҡрығы, 7-се йорт) үҙәгендәге бина. Был ҙур бина 1869 йылда XVIII быуат усадьбаһы нигеҙендә төҙөлгән[2]. Төбәк әһәмиәтендәге статусҡа эйә булған мәҙәни мираҫ объекты.

Элек Колпачный тыҡрығындағы был ҙур йорт Д. А. Четвериковтың усадьбаһы булған, ул XVIII быуатта йәки унан алдараҡ төҙөлгән була. Бина ҙур ихатаның эсендә тора. 1869 йылда был йорттоң йәнәшәһендә торған бинала йәшәгән сәнәғәтсе Андрей Львович Кноптың ағаһы Федор Львович Кноп заказы буйынса усадьба йорто яңыртып төҙөлә. Фасадты үҙгәртеп ҡороу, төкәтмәләр ҡороу һәм ҡоймалар ҡуйыу менән архитектор А. С. Каминский шөғөлләнә[3]. Шулай уҡ был төҙөлөш эштәрендә Б. В. Фрейденберг та ҡатнаша[2]. 1901 йылда бина архитектура технигы В. К. Трейман тарафынан эклектика рухында яңынан төҙөлә. Совет осоронда биналарҙы ВЦСПС-тың 6-сы йорто биләй. Хәҙер элекке усадьбала ҡала офистары урынлашҡан[4].

1862 йылда усадьбаның артҡы яғындағы ихатала төҙөлгән элекке хужалыҡ ҡаралтылары һаҡланған, хәҙер улар ҡиммәтле ҡала формалау объекттары статусына эйә. 2017 йылда уны реставрациялау проекты эшләнә. План буйынса йорттоң нигеҙен нығытыу, кирбес араларындағы бушлыҡтарҙы иҙмә менән тултырыу, сарҙаҡ ҡыйыҡтары таяуҙарын ҡорос конструкциялар менән алмаштырыу, мансарда майҙанын ҙурайтыу ҡаралған[5].

  1. Распоряжение Правительства Москвы № 2535-РП от 20.12.2004
  2. 2,0 2,1 Москва: Архитектурный путеводитель / И. Л. Бусева-Давыдова, М. В. Нащокина, М. И. Астафьева-Длугач. — М.: Стройиздат, 1997. — С. 165—166. — ISBN 5-274-01624-3.
  3. Романюк С. К. Переулки старой Москвы. — М.: ЗАО Издательство Центрполиграф, 2013. — С. 366. — ISBN 978-5-227-04274-3.
  4. Минең бәләкәй Мәскәүҙә : рәсәй баш ҡалаһының күренекле немец : белешмә / авт.-сост. Н. Б. Леонов. — Мәскәү : МСНК-пресс, 2014. — 66-сы б. — ISBN 978-5-98355-109-1
  5. Басманный районный xix быуат усадьба бинаһында тергеҙәбеҙ. 2018 йыл 15 июль архивланған. // stroi.mos.ru. 2017 8 ноябрь