Евгения Раданова

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Евгения Раданова
Зат ҡатын-ҡыҙ
Рәсем
Гражданлыҡ  Болгария
Тыуған көнө 4 ноябрь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (46 йәш)
Тыуған урыны София, Болгария
Һөнәр төрө велогонщик, шорт-трекист, youth sports minister, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Minister of Youth and Sports[d]
Спорт төрө Конькиҙа йүгереү спорты һәм велосипедный спорт[d]
Спорт дисциплинаһы шорт-трек
Ҡатнашыусы 2010 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары[d], Йәйге Олимпия уйындары 2004[d], short track speed skating at the 2002 Winter Olympics – women's 500 metres[d], short track speed skating at the 2006 Winter Olympics – women's 500 metres[d] һәм short track speed skating at the 2002 Winter Olympics – women's 1500 metres[d]
Бейеклеге/буйы 170 сантиметр

Евгения Николова Раданова (болг. Евгения Раданова Николова; 4 ноябрь 1977 йыл, София) — ҡышҡы һәм йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусы болгар спортсыһы, элекке донъя рекордсмены һәм ҡышҡы Олимпия уйындарында шорт-трек буйынса призер

Карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Софияла тыуған, фигуралы шыуыу менән шөғөлләнгән, Болгарияла беренселәрҙән булып шорт-трек менән шөғөлләнгән. Баштан алып хәҙерге көнгә тиклем тренеры — Иван Пандов. Милли спорт академияһын тамамлаған.

Раданова оҙаҡ ваҡыт 2001 йылдың 19 октябрҙә шорт-трек буйынса 500 м аралыҡта (43,671 см) Калгарила ҡуйған донъя рекордына эйә була[1]. 2002 йылда Олимпия уйындарында кеүек үк, 2006 йылда ла ҡатын-ҡыҙҙар араһында шәхси дистанцияла шорт-трек буйынса берҙән-бер европа призеры була ( 2006 йылда эстафетала Италия командаһы өсөнсө урынды биләй, ә 2002 йылда Европанан башҡа призерҙар булмай). Күп тапҡыр Европа чемпионы (алтын миҙалдар һаны буйынса һәм миҙалдарҙың дөйөм һаны буйынса рекордсы), ике тапҡыр донъя чемпионы, дүрт тапҡыр Универсиада еңеүсеһе. 2000/01 йыл миҙгелендә 500 м дистанцияла донъя Кубогы йомғаҡтары буйынса беренсе була.

2008 йылда донъя чемпионтаында финалға сыҡмай.

2004 йылда Афиналағы йәйге Олимпия уйындарында велосипедсыларҙың болгар командаһы составына инә, ләкин миҙал яулай алмай.

Халыҡ-ара конькиҙа шыуыусылар союзы документтарында рәсми йәшәү урыны тип София күрһәтелһә лә Раданова Италияла йәшәй һәм күнекмәләр үтә.

2010 йылғы ҡышҡы Бөтә донъя хәрби-спорт уйындарында шорт-трек буйынса ҡатнаша, унда 1500 метрға уҙышта еңеүсе була.

Донъя Кубогы һөҙөмтәләре буйынса урындар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1999 — 2
  • 2000 — 2
  • 2001 — 2
  • 2002 — 2
  • 2003 — 3
  • 2004 — 6
  • 2005 — 5
  • 2006 — 2

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 9 февраля 2008 года в Солт-Лейк-Сити этот рекорд был побит китайской спортсменкой Ван Мэн, показавшей время 43,216 сек.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]