Евразия милли университеты
Евразия милли университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1996 |
---|---|
Хөрмәтенә аталған | Лев Гумилёв |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Нур-солтан |
Уҡыусылар һаны | 11 300 |
Хеҙмәткәрҙәр | 1678 кеше |
Рәсми сайт | enu.kz |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Евразийского национального университета имени Л. Н. Гумилёва[d] |
Число фолловеров | 1041 һәм 1041 |
![]() |
Гумилёв исемендәге Евразия милли университеты (ЕМУ; ҡаҙ. Гумилев атындағы Еуразия ұлттық университеті) — Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нур-Солтанда юғары уҡыу йорто. Урыҫ ғалимы, тарихсы-этнолог Лев Гумилёв хөрмәтенә аталған. Университет составына 28 фәнни учреждениелар (фәнни-тикшеренеү институттары, лабораториялар, үҙәктәр), 13 факультет, Өҫтәмә белем биреү һәм квалификацияны арттырыу институты, хәрби кафедра, төрлө дәүләттәрҙең мәҙәни-мәғариф үҙәктәре инә. Университетта белгестәр әҙерләү системаһы 3 баҫҡыс буйынса алып барыла: бакалавриат (65 һөнәр буйынса), магистратура (68 һөнәр буйынса) һәм докторантура (38 һөнәр буйынса).
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Л. Н. Гумилёв исемендәге Евразия милли университеты Ҡаҙағстан Республикаһы президенты Н. Ә. Назарбаев инициативаһы буйынса ике юғары уҡыу йортон — Целиноград инженер-төҙөлөш институтын һәм Целиноград педагогия институтын берләштереү нигеҙендә 1996 йылдың 23 майында булдырылған. Ҡаҙағстан Республикаһы президентының 2001 йылдың 5 июлендәге указына ярашлы университетҡа милли статусы бирелгән[2]. Университетҡа тарихсы һәм төркиәтсе Лев Николаевич Гумилёвтың исеме бирелгән[3].
2000 йылда Евразия милли университеты базаһында М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Ҡаҙағстан филиалы асылған[4].
2002 йылдың 1 октябрендә ректор М. Ж. Жолдасбековтың инициативаһы буйынса университетта Л. Н. Гумилёвтың кабинет-музейы асылған[5]. 2008 йылдың сентябрендә университетың уҡыу-административ корпусында Л. Н. Гумилёв бюсы ҡуйылған.
2009 йылдың 10 мартында университетта Евразия университеттары ассоциацияһының XI съезы уҙған.[6]
2012 йылда Евразия милли университеты Лев Николаевич Гумилёвтың тыуыуына 100 йыллығына арналған иҫтәлекле тантаналар үҙәге булып китә.[7][8]
Факультеттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Архитектура-төҙөлөш факультеты
- Механика-математика факультеты
- Транспорт-энергетика факультеты
- Тәбиғи фәндәр факультеты
- Журналистика һәм политология факультеты
- Информацион технологиялар факультеты
- Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультеты
- Социаль фәндәр факультеты
- Физика-техника факультеты
- Филология факультеты
- Иҡтисад факультеты
- Юридик факультет
- Тарих факультеты
Музейҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Университеттың халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге Европа, Азия, Американың сит ил юғары уҡыу йорттары, 23 фәнни үҙәктәр һәм фәнни-тикшеренеүҙәр институттары, шулай уҡ илселектәр, халыҡ-ара фәнни-мәғариф фондтар менән 268 килешеүҙәр нигеҙендә башҡарыла.
Университеттың партнерҙары араһыда Кембридж университеты, Сасэкс университеты, М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Берлин техник университеты, Валенсия университеты, Пусан университеты, Вухань университеты, Калгари университеты һәм башҡалар бар.
Л. Н. Гумилёв исемендәге Евразия милли университеты халыҡ-ара ассоциацияларҙың һәм консорциумдарҙың тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусыһы:
- Евразия университеттары ассоциацияһы
- Академик ранжирование буйынса халыҡ-ара обсерватория (IREG)
- Университеттарҙың бөйөк хартияһы
- Берләшкән дәүләттәр берләшмәһе селтәр университеты
- Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы университеты
- Европа илдәре университеттарының консорциумы
- United Nations Academic Impact UNAI
- STAR-NET
- Turkic Universities Council
- Телекоммуникациялар буйынса университет-ара консорциум (Италия)
- Азия университеттары ассоциацияһы
Ректорҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Целиноград инженер-төҙөлөш институты
Т. Г. Духов (1964—1965)
Х. А. Асанбеков (1965—1977)
Х. К. Карешов (1977—1988)
А. Г. Чекаев (1988—1996)
Целиноград педагогия институты
К. Ж. Жаманбаев (1962—1974)
Б. С. Сункарбеков (1974—1984)
М. С. Беспаев (1984—1987)
Н. В. Алексеенко (1987—1992)
А. К. Кусаинов (1992—1996)
Л. Н. Гумилев исемендәге Евразия милли университеты
А. К. Кусаинов (1996—2000)
М. Ж. Жолдасбеков (2000—2004)
С. А. Абдыманапов (2004—2008)
Б. Ж. Абдраим (2008—2011)
Е. Б. Сыдыков (2011 йылдан)[9]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Directory of Open Access Journals — 2003.
- ↑ ЕНУ О ЕНУ (рус.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 март 2012. 10 января 2012 тикшерелгән.
- ↑ Выступление Президента Российской Федерации В. В. Путина в Университете имени Л. Н. Гумилёва // Kremlin.ru, 10.10.2000
- ↑ Адреса подразделений МГУ имени М. В. Ломоносова // Официальный сайт МГУ имени М. В. Ломоносова
- ↑ Творческий вечер памяти Льва Гумилева в Евразийском Национальном университете // mirtv.kz, 18.05.2010
- ↑ Романов, Артём Челябинский ВУЗ в Казахстане // Челябинск сегодня, 18.03.2009
- ↑ 7,0 7,1 100-летию со дня рождения Л. Н. Гумилева // сайт Евразийской ассоциации университетов, 11.10.2012
- ↑ 8,0 8,1 Садовничий В. А. Участникам IX Евразийского научного форума «Наследие Л. Н. Гумилева и современная евразийская интеграция» № 10А-2/53 " 01 " октября 2012 г.
- ↑ Казинформ Распоряжением Главы государства Е.Сыдыков назначен ректором ЕНУ имени Л.Н.Гумилева (рус.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 март 2012. 20 января 2012 тикшерелгән.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Официальный сайт ЕНУ (рус.)
- ЕНУ Музей Л.Н.Гумилева. (рус.). 4 июля 2012 тикшерелгән.