Эстәлеккә күсергә

Егерменсе Башҡорт атлы полкы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Егерменсе Башҡорт атлы полкы
Урын Рәсәй империяһы
Ваҡиға ваҡыты 1812
Ҡатнашыусылар полк[d]

Егерменсе Башҡорт атлы полкы (рус. Двадцатый Башкирский конный полк) — 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда 1812 йылдың 8 авгусындағы “Башҡорт казак полктарын ойоштороу тураһындағы” Указға ярашлы Пермь губернаһы Пермь өйәҙе (хәҙер Пермь крайының Пермь районы) Ғәйнә олоҫоноң Ҡуян ауылында 1-се һәм 2-се кантон башҡорттарынан ойошторола[1].

Полктың составы һәм хәрби эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Полк 530 кешенән тора, уларға 768 ат беркетелә. 1812 йылдың 30 октябрендә был полк Түбәнге Новгородҡа ебәрелә. Дислокация урынына барып еткәс, полк Полтава губернаһының Гадяч ҡалаһында урынлашҡан һәм генерал-лейтенант граф П. А. Толстой командалыҡ иткән 3-сө округ ополчениеһы составына индерелә.

1812 йылдың ноябренән ун биш башҡорт полкы составында 20-се Башҡорт атлы полкы ла , Волга буйы ополчениеһы частары менән бергә, дошмандың Украинаға инеүенә ҡаршы тора[2].

Башҡорт полкы 1813 йылдың майынан Пенза ополчениеһы менән берлектә Варшава герцоглығында урынлаша. Башҡорт атлылары генерал-майор кенәз М. А. Горчаков командалыҡ иткән Резерв армияһының инфантериянан генерал кенәз Д. И. Лобанов-Ростовский комадалығындағы 3-сө кавалерия корпусы составында һуғыша. Шул уҡ йылдың 27 июлендә башҡорт полкы Плоцк ҡалаһына, 5 августа (160 атлы) Варшаваға “...Төп йорт менән Резерв армияһының 13 корпустары араһында йылдам хәрәкәт иткән почта ташыу учреждениеһын ойоштороу өсөн...” ебәрелә (4-әр кешенән торған 38 почта, 8 кешенән торған 1 почта)[3].

Башҡорт полкының бер өлөшөнә әсирлеккә төшкәндәрҙе конвой менән оҙата барыу йөкмәтелә, икенсе бер өлөшө Венгрув ҡалаһы тирәләй урынлашҡан дивизиялар араһында эске элемтәне тәьмин итә. Полктың Төп йорто (штабы) Рава-Мазовецк ҡалаһында урынлаша.

1814 йылдың 2 октябрҙә бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, Башҡорт полкында штаб-офицер, полк командиры, 5 есаул, 5 йөҙ башы, 5 хорунжий, 10 илле яугир командиры, полк муллаһы, писарь, квартирмейстер, унтер-офицер, 500 рядовой, 512 яу аты һәм 256 йөк аты иҫәпләнә. 1814 йыл аҙағына полк Ырымбур губернаһына ҡайта һәр таратыла. Полк командиры майор Руднев, полк командиры-есаул Райгул Ҡаһарманов була[4].

  1. http://bashenc.online/ru/articles/51622/
  2. Книга: История Башкортостан сдревнейших времендо наших дней. 1 том, Китап, 2004, стр. 486, тир. 3 000 экз., 351-я стр
  3. http://bashenc.online/ru/articles/51622/
  4. http://bashenc.online/ru/articles/?filter_encyclopedia=6

Материалы по истории башкирского народа (1800—1903 гг.). Т.4. Уфа, 2009.

Усманов А.Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. Уфа, 1964.

История Башкортостан сдревнейших времендо наших дней. 1 том, Китап, 2004, стр. 486, тир. 3 000 экз.