Окорокова Екатерина Сергеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Екатерина Сергеевна Чепкий битенән йүнәлтелде)
Екатерина Окорокова
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ҡатын-ҡыҙ

Тулы исеме

Екатерина Сергеевна Окорокова

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған датаһы

20 декабрь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (38 йәш)

Тыуған ере

Липецк өлкәһе, РСФСР, СССР

Окорокова Екатерина Сергеевна (ҡыҙ фамилияһы Чепкий; (20 декабрь 1985 йыл[1]) — ултырып волейбол уйнаусы, «ЦСП-Крылатское» командаһы уйынсыһы, Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы капитаны[2]. Рәсәй йыйылма командаһы составында — 2018 йылда донъя чемпионы[3], 2017[4] һәм 2019 йылда Европа чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2018)[5] һәм Рәсәйҙең халыҡ-ара класслы спорты мастеры[6].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Екатерина Сергеевна Окорокова 1985 йылдың 20 декабрендә Елец ҡалаһында тыуған. Бала саҡта спорт менән шөғөлләнмәгән: раҫлауынса, бала сағында координациялау менән проблемалар була. 2008 йылда юл-транспорт фәжиғәһендә йәрәхәт ала һәм аяғын тубыҡтан юғары ампутациялайҙар. Дауахананан һуң протез предприятиеһында инвалидтар өсөн академик ишеү менән шөғөлләнергә тәҡдим итәләр, Рәсәй чемпионы була. 2011 йылда ултырып волейбол менән шөғөлләнә башлай, Мәскәү «ЦСП-Крылатское» командаһы өсөн сығыш яһай. Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы исемен яулай[7][8].

Мәскәүҙең «ЦСП-Крылатское» командаһы өсөн сығыш яһай. 2017 һәм 2019 йылда Европа чемпионатында Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында еңеү яулай[9][10], шулай уҡ 2018 йылда донъя чемпионатында еңеүсе була[11][12][13]. 2018 йылда донъя чемпионатында еңеүе өсөн Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры исеменә лайыҡ була.

Ҡыҙы бар[14].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Список кандидатов в спортивные сборные команды России по спорту лиц с поражением ОДА (летние дисциплины) на сезон 2019 г. 2020 йыл 18 март архивланған. (рус.)
  2. Параполитические игры (рус.)
  3. Женская сборная России по волейболу сидя впервые выиграла ЧМ (рус.)
  4. Спортсменки ЦСП «Крылатское» стали чемпионками Европы по волейболу сидя (рус.)
  5. Клубный школьный день собрал гостей 2020 йыл 12 апрель архивланған. (рус.)
  6. ЦОП Москомспорта. ВОЛЕЙБОЛ СИДЯ (спорт лиц с поражением ОДА) 2020 йыл 18 март архивланған.
  7. Пост в Facebook
  8. НА ПРАЗДНИК — ВСЕМ СЕЛОМ 2020 йыл 12 апрель архивланған. (рус.)
  9. Спортсменки из района Восточный стали чемпионками по волейболу сидя 2020 йыл 19 сентябрь архивланған. (рус.)
  10. МУЖСКАЯ И ЖЕНСКАЯ СБОРНЫЕ КОМАНДЫ РОССИИ ВЫИГРАЛИ ЧЕМПИОНАТ ЕВРОПЫ ПО ВОЛЕЙБОЛУ СИДЯ (рус.)
  11. Иванова: спасибо всем, кто верил в нашу победу на ЧМ по волейболу сидя (рус.)
  12. ЖЕНСКАЯ СБОРНАЯ КОМАНДА РОССИИ ПО ВОЛЕЙБОЛУ СИДЯ ВПЕРВЫЕ ЗАВОЕВАЛА ТИТУЛ ЧЕМПИОНА МИРА (рус.)
  13. Профиль на сайте Паралимпийского комитета России (рус.)
  14. YouTube сайтында Екатерина Чепкий