Эстәлеккә күсергә

Екатерина Черкеза

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Екатерина Черкеза
Тыуған көнө

1620

Вафат булған көнө

1666

Ил

 Молдова кенәзлеге[d]

Тормош иптәше

Василий Лупу

Екатерина Черкеза (рум. Ecaterina Cercheza; яҡынса 1620, Черкәс иле— 1 марттан һуң, 1666) — Молдаван кенәзе Василий Лупуның ҡатыны, черкәс сығышлы. Ғосман сәйәхәтсеһе Әүлиә Челеби әйтеүе буйынса, уның әсәһе 1653-1654 йылдарҙа Ғосман империяһының бөйөк вәзире булған Коджи Дәрүиш Мехмәд-пашаның һеңлеһе булған, ә уның апаһының ире Ислам Гәрәй III (1644-1654 йылдарҙа ҡырым ханы). Екатерина Черкеза ире һәм улы Стефаница Лупу менән бергә сәйәси ҡарарҙар ҡабул итә. Хәйриә эшмәкәрлеге менән билдәле[1] . Екатерина Черкеза сиркәү һәм монастырҙарҙың ҡурсалаусыһы булған була. Ире һәм улы илдә булмаған саҡтарҙа ул дипломатик эшмәкәрлек алып бара һәм юғары абруй ҡаҙана.

Итальян сәйәхәтсеһе Никколо Барзи да Лукка 1639 йылда үҙенең яҙмаларында Екатеринаны «афродита матурлығына эйә», ҡатын тип тасуирлай[2][3][4]. Румынияның 1931-1932 йылдарҙағы премьер-министры һәм тарихсы Николае Йорга шулай уҡ «черкәс сығышлы принцесса Екатерина бик матур» була һәм бөтә Молдавияла оло ихтирам менән файҙалана тип раҫлай[5][6][7][8][9][10][11].

Василий Лупуҙа ирҙә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Екатерина бай кавказ черкәс ғаиләһендә 1620 йыл самаһында тыуа һәм Молдавияға 1639 йылда Василий Лупуға ҡатынлыҡҡа алып киленә, Василий Лупу тәүге ҡатыны Доамна Тудоскиҙың (1600-1639 майҙа) вафатынан һуң, бөтә черкәс ерҙәренән кәләш эҙләргә ҡушып, илсеһе Николае Катаргиҙы Кавказға ебәрә[6][12][13]. Василий Лупуның буласаҡ ҡатынын Ҡырымдан Молдавияға алып китер алдынан Екатеринаның ата-әсәһенә Катарги 1500 дукат аҡсаны бирнә сифатында тапшыра. 1639 йылдың 19 авгусында уларБаҡсаһарайҙан сығып китәләр һәм Очаков[3]ҡәлғәһенә киләләр. Уларҙан 1000 дукат алған Бахадыр Герый I рөхсәт биргәс, йөҙ молдаван гвардиясылары черкәс принцессаһын молдаван сигенә тиклем оҙатып ҡуялар. Бейләрбей Насух Хөсәйен-паша Силистрский (1638-1640) сәйәхәтселәрҙе туҡтата, Катарги уға 2000 дукат түләй, шунан һуң ғына юлсылар артабан китә. Молдавия сигендә юлсыларҙы махсус эскорт ҡаршы ала (эскортта юғары хәрби чинлы дәүләт һәм һарай түрәләре тора), сөнки сит ил ҡунаҡтарын ҡабул итеү йолаһы буйынса уларға шулай айырым ҡунаҡсыллыҡ күрһәтелә. Ниһайәт, 1639 йылдың 28 сентябрендә Екатерина Молдавияның баш ҡалаһына килә. Яссы алдында Василий Лупу уларҙы үҙе ҡаршы ала. Ул буласаҡ ҡатыны Екатеринаға, яратыуын белдереп, бик бай туй алды бүләктәрен бирә һәм йомартлығын күрһәтә. Кәләшенең йорт хеҙмәтсеһен һәм ағаһын улар өсөн махсус төҙөлгән йортҡа индерә[14]. Туй ҙур сәйәси әһәмиәткә эйә була.

Дәүләт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Екатерина Черкеза Молдавияның сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша[15]. Ире менән бергә барлыҡ рәсми тантаналарҙа, шул иҫәптән княгинялар Мария һәм Руксандраның туйҙарында ҡатнаша һәм уларҙың яҙмышын билдәләй[2]. Шулай уҡ монастырҙарға иғәнә эшләй, шул иҫәптән Голия һәм Хлинча монастырҙарына[16]. Голия монастырын Екатерина Константинополдән килтерелгән эскәмйәләр менән тәьмин итә.

Георгий Стефан һәм Василий Лупу араһында власть өсөн барған көрәш арҡаһында Екатерина Каменец-Подольскийға күсергә мәжбүр була. 1653 йылда, уның ирен ғосмандар бәреп төшөргәндән һуң, Екатерина Сучава ҡалаһында йәшеренеп йәшәй. Тарихсы Георг Краусс раҫлауынса, башта ул ғосмандарҙың ҡамауынан Сучаваны яҡлаһа ла, артабан капитуляция яһарға мәжбүр була һәм бөтә затлы әйберҙәрен һәм иң яҡшы биш атын ғосмандарға бирә[17]. Артабан Екатерина 1658 йылға тиклем Бистрицала әсирлектә була, ә уның улы 1659 йылдың ноябрендә молдаван тәхетенә ултырғас, улының эшмәкәрлеген күҙәтеп бара һәм улын Яссыға оҙатып йөрөй. 1661 йылда, ире һәм улы үлгәндән һуң, Екатерина Черкеза Константинополгә күсә, ундағы Босфор ярындағы үҙҙәренең ғаилә һарайында дүрт йыл дауамында йәшәй. 1665 йылда ул Молдавияға әйләнеп ҡайта. Екатерина Черкезаның һуңғы ҡултамғаһы ҡуйылған дәүләт документы 1666 йылдың 1 мартында бирелгән.

Екатерина Черкеза һәм Василий Лупуның өс балаһы була: Стефаница (вафат 1661), Йоан (вафат 1648) һәм Александр (вафат 1648)[2]. 1659 йылда Стефаница Лупу исеме аҫтында Стефаница Молдавияның воеводаһы булып китә[18].

  1. Iftimi, Sorin. «Mănăstirea Golia din Iaşi — o privire retrospectivă.»
  2. 2,0 2,1 2,2 Marcu George. Enciclopedia personalităţilor feminine din România.
  3. 3,0 3,1 Călători străini despre Ţările Române. — Vol. 5. — P. 86–89.
  4. Doamne - Ecaterina Cercheza
  5. Iorga Nicolae. Studii şi documente cu privirea la istoria românilor: Legăturile principatelor române cu Ardealul de la 1601 la 1699.
  6. 6,0 6,1 Pavel, Lilia Zabolotnaia (2012). «The Story of the Courtship of Catherine 'the Circassian', the Second Wife of the Prince Vasile Lupu». Codrul Cosminului 18 (1): 43–50. Проверено 20 апреля 2021.
  7. Iorga Nicolae. Viaţa femeilor în trecutul românesc.
  8. Iorga Nicolae. Femeile în viaţa neamului nostru.
  9. Iorga Nicolae. Scrisori de femei.
  10. Iorga Nicolae. Portretele doamnelor române.
  11. Iorga Nicolae. Istoria românilor în chipuri şi icoane.
  12. Nistor, Oltea I. (1929). «O circasiană pe tronul Moldovei, extras din "Junimea Literară"».
  13. Costin Miron. Letopiseţul Ţării Moldovei.
  14. Capraşu, Ioan (2000), «Acte interne (1661–1690)», vol. 2 
  15. Gane Constantin. Trecute vieţi de doamne şi domniţe. — Chișinău.
  16. Iftimi, Sorin (2010). «Doamna Ecaterina Cercheza şi fiul ei, Ştefăniţă Lupu»: 47–86.
  17. Doamna Ecaterina Cercheza - Enciclopedia României - prima enciclopedie online despre România
  18. (1938) «Ştefăniţă Lupu, domn al Moldovei 1659–1661» (Foundation of the King Carol I).