Василий Лупу
Василий Лупу | |
Vasile Lupu | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Разград, Болгария |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Тормош иптәше | |
Балалары | |
Василий Лупу Викимилектә | |
Василий (Василь) Лупу (Лупул) (рум. Vasile Lupu; 1595—1661, Истанбул) — Молдаван кенәзлегендә 1634 йылдың апреленән 1653 йылдың 13 апреленә тиклем, 1653 йылдың 8 майынан 16 июленә тиклем господарь.
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Василий Лупу — болгар, Арнауть-Долно Арбанаси-Пороище ауылында (хәҙер Болгарияла) тыуған.
Ул бөйөк ворник титулына эйә, молдаван тәхетенә ул төрөктәр ярҙамында ултыра. Порта менән яҡшы мөнәсәбәттә була, солтан алдындағы бурысын үтәп бара. Урындағы баярҙарға һәм руханиҙарға таяна. Лупу идара иткән мәлдә ил иҡтисад һәм мәҙәни өлкәһендә ярайһы уңыштарға өлгәшә, әммә уңайлыҡ байҙарға ғына ҡағыла, ә халыҡ уның заманында ауыр шарттарҙа көн итә. Йыш ҡына улар йәшәгән урынын ташлап китә.
Василий Лупа Польша менән яҡшы бәйләнеш тота. Уның ҡыҙы Мария Литва гетманы Януш Радзивиллда кейәүҙә була (бөйөк Литва гетман). Ул шулай уҡ Валахия менән Трансильванияға ла үҙ идаралығын индермәксе була, хатта солтандан быға махсус фарман ала. 1637 йылда Валахияға поход менән сыға, әммә унда трансильвания һәм валах ғәскәрҙәре уға ҡаршы сыға. 1639 йылда Нэнишор ауылы янындағы һуғышта (Бухарест яны) молдаван ғәскәрҙәре тар-мар ителә. Артабанғы йылдарҙа кенәзлектәр араһында мөнәсәбәт тыныс булған, әммә В. Лупа менән М. Басараб араһындағы мөнәсәбәт һуңғы йылдарҙа тағы һуғышҡа килтерә.
1630—1640 йылдарҙа Аҙау өсөн рус-төрөк аралары киҫкенләшә, был Молдаван кенәзлеге менән Рәсәй бәйләнешен нығыта. 1637 йылда Аҙауҙы казактар ала һәм 1642 йылға тиклем ҡәлғәне төрөктәрҙән һаҡлап тора. Төрөк армияһында солтан ҡушыуы буйынса молдаван отрядтары ла була, әммә Лупу һәр саҡ Мәскәүҙе Төркиә, Ҡырым һәм Польша. Был йәшерен ярҙам Рәсәй өсөн бик кәрәкле була.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Василий Лупу «Rodovid» ағасында. Ата-бабалар һәм ейәндәр шәжәрәһе
- Стати В. История Молдовы.. — Кишинёв: Tipografia Centrală, 2002. — С. 148. — 480 с. — ISBN 9975-9504-1-8.
- Мохов Н. А. Молдавия эпохи феодализма. — Кишинёв: Картя Молдовеняскэ, 1964. — С. 316—332.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Moldovei dianina domnitorilor (1247—1859) 2016 йыл 6 март архивланған. (молд.)
Алдағы: |
Молдаван кенәзлеге башлығы |
Алмашҡа килеүсе: |
Алдағы: |
Молдаван кенәзлеге башлығы |
Алмашҡа килеүсе: |