Елагин һарайы
Елагин һарайы | |
Нигеҙләү датаһы | 1780 |
---|---|
Нигеҙләүсе | Иван Перфильевич Елагин[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Архитектор | Росси, Карл Иванович[d] һәм Джакомо Кваренги[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q56699268? |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Рәсми сайт |
elaginpark.org/elaginoos… elaginpark.org/central-p… |
Указания, как добраться | Елагин остров, 4 |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of the Yelagin Palace[d] |
Елагин һарайы Викимилектә |
Елагин һарайы — Санкт-Петербургта Елагин утрауында йәйге император һарайы. Һарай үҙенең тәүге хужаһы Елагин исеме менән атала, әленән-әле хужалары алмашынып тороуға ҡарамаҫтан ул был исемде һаҡлан ҡалған. Һарайҙы шулай уҡ Елагин утрауы һарайы тип тә йөрөтәләр.
Төҙөлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Палладин стилендә йортто төҙөүсе архитекторҙың исеме билдәһеҙ. Ҡайһы бер тарихсылар Дж.Кваренги авторлығын фаразлай. Утрауҙарҙа вилланың тәүге йөҙө һаҡланмаған.
XIX быуат башында утрауҙы Александр I үҙенең әсәһе императрица Мария Федоровнаөсөн һатып ала, сөнки әсәһенә Павловсктың һәм Гатчинаның ҡала сите резиденцияларына йөрөү ауырлаша. Елагин һарайын яңынан үҙгәртеп ҡороу билдәле төҙөүсе К.Россиға йөкмәтелә. Архитектор утрауҙа бер нисә бина төҙөй: көмбәҙ менән осланған өс ҡатлы һарайҙан тыш, унда өс өҫтәмә павильон, шулай уҡ Кухня һәм Ат аҙбары корпустары төҙөлә.
Һарайҙың һәм павильондың эске биналарын биҙәү менән иң билдәле скульпторҙар — С. С. Пименов һәм В И. Демут-Малиновский — һәм рәссам-биҙәүселәр — Д. Б Скотти, А Виги һәм Б. Медичи шөғөлләнә.
Һарайҙың оҙонса залы кариатидтар һәм ионик ярым колонналар менән, көмбәҙе орнамент менән биҙәлә, ә стеналар күпселектә яһалма мәрмәр (стюк) менән көпләнә. Бүлмәләрҙең береһендә тыш яҡтан фарфорға оҡшаған ап-аҡ стюк ҡулланыла, шуға күрә комнатаны фарфор кабинет тип атайҙар. Башҡа бүлмәләрҙең мәрмәр стеналарын рәссамдар сәскәләр, орнаменттар һәм антик мифологиянан күренештәр менән биҙәй, ә түбәһендә шаярыусы купидондар төркөмөн һүрәтләй.
Тол императрицаны һәм уның ҡунаҡтарын бигерәк тә Елагин һарайының беренсе ҡатындағы ишектәр һоҡландыра, уларҙы биҙәү менән Росси үҙе шөғөлләнә. Егерменән артыҡ һәр ишек ысын мәғәнәһендә сәнғәт әҫәре була: ишектәр нәҙек алтын ялатылған һырлау менән ҡиммәтле ағас тоҡомдары менән көпләнгән. Икенсе ҡөатта Александр I кабинеты ишеге бронза биҙәүестәр менән биҙәлгән була.
Артабанғы тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мария Федоровна үлгәндән һуң Елагин һарайы яйлап «запастағы» батша резиденцияһына әйләнә, императорҙар уға артыҡ иғтибар бүлмәй. XX быуат башында Елагин һарайын дәрәжәлә «түбәнәйтәләр» — батша резиденцияһынан ул Рәсәй премьер-министрҙарының ял итеү урындарының береһенә әйләнә. Унда С Ю. Витте, П. А. Столыпин, В Н. Коковцов һәм И. Л. Горемыкин булып өлгөрә
Революциянан һуң Елагин һарайы музей статусын ала — унда Көнкүреш музейы асыла. Петербургта бындай музейҙар быуат башында бик күп була, әммә бер аҙҙан уларҙың күбеһе ябыла йәки башҡа мәҙәни йәки йәмәғәт учреждениеларына әйләнә. Был Елагин һарайы менән дә шулай була, унда мәҙәни-тәрбиәүи үҙәк ойошторола.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һарай ныҡ емерелә — төтөн юлына эләккән снаряд янғынға килтерә. Еңеүҙән һуң шунда уҡ архитектор В. М. Савков, иҫән ҡалған мәрмәр киҫәктәрен, һылау һәм биҙәү фрагменттарын бергә йыйып, һарайҙы реставрацияға әҙерләй башлай. Ошо фрагменттар һәм эскиздар буйынса Елагин һарайының эске бүлмәләренең биҙәлеше тергеҙелә.
Архитектор М. М. Плотников етәкселегендә тергеҙелгән Елагин һарайы йәнә музей була, унда быяла һәм фарвор коллекциялары, шулай уҡ сигеү әйберҙәре һәм ағастан, металдан изделиелар урынлаша. Үҙгәртеп ҡороуҙар башында, Ленинград нәфис быяла музейы[2] ябылғандан һуң, уның экспонаттары коллекцияһы Елагин утрауы һарайына тапшырыла.
Бөгөн Елагин һарайында шулай уҡ сәнғәт әҙәрҙәренең ваҡытлы күргәҙмәләре ойошторола һәм төрлө — Петр, Екатеринина йәки Елизавета дәүерҙәренең күңел асыу саралары ойошторола. Елагин һарайы алдында, Мәҙәниәт һәм Үҙәк ял паркы территорияһында (ЦПКиО), туристар өсөн асыҡ һауала пикниктар һәм фуршеттар һәм башҡа аттракциондар ойошторола.
Кинола
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Небесный тихоход» (1945) фильмының иң башында емерек Елагин һарайын күрергә мөмкин — ул 1945 йылдың башында тергеҙелгәнгә тиклем шулай булып күренә
- «Грустить не надо» (1985) ҡыҫҡа метражлы музыкаль телефильм күренештәрендә был һарай бар.
- «Мастер һәм Маргарита» (2005) сериалында һарай Иван Бездомный һәм Мастер тотолған психиатрия клиникаһы аҫтында күрһәтелә
- «Курт Сеит һәи һәм Александра» (2014) сериалында һарай Боринский имениеһы булараҡ күрһәтелә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В. И. Пилявский России Төҙөүселәр. М.-Л.: ГИАиГ, 1951
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
- ↑ Музей художественного стекла ЦПКиО им. С.М. Кирова
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Елагин һарайы Викимилектә |