Елена Аргира

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Елена Аргира
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Византия империяһы
Вафат булған көнө 1033
Атаһы Василий Аргир[d]
Хәләл ефете Баграт IV[d]

Елена Аргира йәки Аргиропулена (бор. грек. Ἑλένη Ἀργυρή/Ἀργυροπούλαινα, груз. ელენე, ум. ок. 1033) — Византия империяһының данлыҡлы Аргирҙар ырыуы вәкиле һәм, Багратиондар династияһынан батша Баграт Дүртенсенең беренсе ҡатыны булараҡ, Грузияның батшабикә-консорты. Уны үҙенең бабайы, Византия императоры Роман III Аргир 1032 йылдар тирәһендә бәләкәй Баграт батшаға кейәүгә бирә. Елена, ошо ваҡиғанан һуң бер йыл үткәс, үҙе артынан нәҫел ҡалдырмай вафат була.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Елена магистр Василий Аргирҙың ҡыҙы, тимәк, император Роман III Аргирҙың ҡустыһының ҡыҙы[1] була. Еленаның Грузия батшаһы Баграт менән никахы Баграттың әсәһе һәм регентша Мәриәмдең Константинополгә сәфәре ваҡытында тыныслыҡ килешеүе (1032 йылдар тирәһе) сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла, был ваҡиға 1014—1023 йылдарҙағы Византия-грузин һуғышына сик ҡуя[2]. Еленаның ғаиләһе грузин батшаһы даирәһенә яҡшы таныш була; тол батшабикә Мәриәм — Васпуракан батшалығының һуңғы хакимы, үҙенең аҫаба ерҙәрен Византия императоры Василий II Болгаробоецға биргән Сенекерим Арцруниҙың ҡыҙы. Василий Аргир, Еленаның атаһы Васпуракандың беренсе византия хакимы була.

Кейәүҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ошкинан фреска, күрәһең, Баграт менән Еленаның Банда үткән туйы һүрәтләнгәндер.

Мәриәм ҡайтанан Грузияға килене менән һәм улы өсөн Византияның почётлы куропалат титулын алып ҡайта. Никах йолаһы грузин Багратиондарының төп батша ғибәҙәтханаларының береһе булған Банский соборында үткәрелә, 1027 йылда тап ошо соборҙа Баграт Дүртенсегә батша тажын кейҙерәләр. Был никах, күрәһең, Ошки монастырындағы фресканың сюжеты булып торалыр (1036 йылдар тирәһе), унда Банда үткән батша туйы йолаһы һүрәтләнгән.

Грузин тарихи традицияларына ярашлы, Елена бирнәһенең бер өлөшө итеп «Ғайса пәйғәмбәр ҡаҙаҡтарының береһен, бөйөк Окон иконаһын һәм байлыҡ» килтерә[3]. Бынан тыш уның менән бергә Грузияға Византиянан бик күп рәссамдар һәм һөнәрселәр килә[4]. Абруйлы грузин ғаиләһе Гарсеванишвили мираҫты һаҡлаусы өҫтөнлөгөн ала[1].

Елена, кейәүгә сығып яҡынса бер йыл үткәс, Кутаиси ҡалаһында вафат була, үҙе артынан нәҫел ҡалдыра алмай. Баграттың бөтә балалары ла Алания батшаһы ҡыҙы Борена менән икенсе никахтан тыуа. Елена үлеме грузин Багратиондарының Визатия нәҫеле менән яҡынайыуына сик ҡуя, оҙаҡламай уларҙың араһы тағы ла боҙола[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Vannier (1975), pp. 47-48.
  2. Thomson (1996), pp. 287—288.
  3. 3,0 3,1 Allen (1932), p. 89.
  4. Allen (1932), p. 297.

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Allen, William Edward David (1932), A History of the Georgian People: From the Beginning Down to the Russian Conquest in the Nineteenth Century. Taylor & Francis, ISBN 0-7100-6959-6.
  • Eastmond, Antony (1998), Royal Imagery in Medieval Georgia. Penn State Press, ISBN 0-271-01628-0.
  • Thomson, Robert W. (1996), Rewriting Caucasian History. Oxford University Press, ISBN 0-19-826373-2.
  • Vannier, Jean F. (1975), Familles byzantines, les Argyroi: IXe-XIIe siècles. Paris: Publications de la Sorbonne.