Эстәлеккә күсергә

Елшән (Һамар ҡушылдығы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Елшән
Ҡайҙа ҡоя Һамар (Волга ҡушылдығы)
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе
Карта

Елшән, Ерекле (рус. Елшанка) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Быҙаулыҡ һәм Туҡ райондары биләмәһендә аҡҡан йылға. Һамар йылғаһының уң ҡушылдығы (Волга йылға бассейны).

Һыу реестры мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оҙонлоғо — 22 км, бассейнының майҙаны — 119 км²[1]. Йылға башы Быҙаулыҡ районы Икенсе Елшән ауылынан 3,5 саҡрым төньяҡ-төньяҡ-көнсығышҡараҡ урынлашҡан[2]. Көньяҡҡа табан аға, Туҡ[3] ауылына ҡаршы ғына Һамар йылғаһына (344 тамағынан км алыҫлыҡта) ҡушыла..

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 11010001012112100006716[1].

Ырымбур өлкәһе географик атамаларының ҡыҫҡа топонимик һүҙлегендә гидронимдың килеп сығышы былай тип аңлатыла:

« Елшанка I, село, Бузулукский район. Название по бывшей на этом месте крепости Ольшанской, названной так по реке Ольшанке (Елшанке в другом произношении). Крепость была основана в 1741 г. Гидроним называется по особенности растительности: берега заросли ольхой (ельхой). В области немало одноименных названий рчечек и ручьев, а по ним и населенных пунктов: Елшанка II, пос. Елшанский, Елховка, несколько речек Елшанок [4] »

Аңлашылыуынса, йылғаға атаманы яр буйҙарындағы ерек әрәмәләре күп булыуына ҡарап биргәндәр. Был йылғалар башҡорт телендә Ерекле тип атала, әммә урыҫ телендәге рәсми атаманы «башҡортлаштырып» Елшән тип атап йөрөтәләр.

  1. 1,0 1,1 «Елшанка» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  2. Лист карты N-39-118 Грачёвка. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1987 год. Издание 1992 г.
  3. Лист карты N-39-130 Тоцкое. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1978 г.
  4. http://topsl.narod.ru/151.htm Географические названия Оренбургской области: Краткий топонимический словарь
  • Географические названия Оренбургской области: Краткий топонимический словарь http://topsl.narod.ru/151.htm