Әстерхан ҡурсаулығы
Әстерхан биосфера ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 67 917 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 11 апрель 1919 йыл |
Урынлашыуы | |
45°34′52″ с. ш. 47°54′59″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Әстерхан өлкәһе |
Яҡындағы ҡала | Әстерхан |
astrakhanzapoved.ru | |
Әстерхан ҡурсаулығы Викимилектә |
Әстерхан ҡурсаулығы (тулы исеме Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Әстерхан дәүләт тәбиғи биосфера ҡурсаулығы, рус. Астраха́нский ордена Трудового Красного Знамени государственный природный биосферный запове́дник) — Рәсәйҙең Әстерхан өлкәһендәге Волга йылғаһы дельтаһындағы ҡурсаулыҡ. Бөтә донъя биосфера резерваттары селтәренә индерелгән. Халыҡ-ара әһәмиәттәге һыу-һаҙлыҡ биләмәләренә ҡарай.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡ Әстерхан университетының йәмәғәт ғилми комиссияһы ҡарары менән 1919 йылдың 11 апрелендә ойошторола. Ҡурсаулыҡтың беренсе директоры булып орнитолог Владимир Алексеевич Хлебников тора. Дәүләт әһәмиәтендәге тәбиғәт объекты булараҡ РСФСР халыҡ комиссарҙары Советының 1927 йылдың 24 ноябрендәге ҡарары менән раҫлана.
Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡ Волганың түбәнге ағымында, Әстерхан өлкәһенең Камызяк, Володар һәм Икрян райондары территорияһында урынлашҡан.
Территориаль яҡтан өс участкаға йәки кластерға бүленгән:
- Дамчик, дельтаның көнбайыш өлөшөндә
- Трёхизбин, дельтаның үҙәк өлөшөндә
- Обжоров, дельтаның көнсығыш өлөшөндә
Тәүҙә ҡурсаулыҡтың майҙаны 23 000 гектар тәшкил итә. Аҙаҡ Каспий диңгеҙе кимәленең төшөүенә, ер өҫтө дельтаһының диңгеҙ яғына күтәрелеүенә бәйле, ҡурсаулыҡтың майҙаны 3 тапҡырға тиерлек артып, 67 917 гектарға еткән, шул иҫәптән 11 298 гектар — ҡурсаулыҡтың диңгеҙ акваторияһы.
Фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡта ҡоштарҙың бөтәһе 230 төрө йәшәй, шуларҙың 72 төрө һирәк осрай торған ҡоштар, шул иҫәптән 40 төрө оя ҡора,22 төрө осоп үтешләй осрай һәм 10 төрө — ситтән осоп килеүселәр. Бында осоп барышлай планетала һирәк осраған ҡоштарҙың береһе — аҡ торналар туҡтай, бөҙрә пеликандар, бәләкәй бакландар, көрәкморондар, Египет селәндәре оя ҡора. Был төрҙәрҙең барыһы ла Халыҡ-ара Ҡыҙыл китапҡа индерелгән.
Ҡурсаулыҡта Балыҡтарҙың 60 төрө йәшәй.
Һөтимәрҙәрҙең 17 төрө бар, шуларҙың 12-һе генә киң таралған[1]. Уларға ҡырағай ҡабандар, бүреләр, төлкөләр, һыу ҡомаҡтары, ваҡ сысҡандар һ. б. инә.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Территорияның климаты Азия антициклоны йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килә. Йылы осор 250 көндән ашыу дауам итә. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ күләме — 180—200 мм[2].
Ҡурсаулыҡтың бурыстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Волга дельтаһының һәм Каспий ярының тәбиғи ресурстарын һәм генетик фондтарын һаҡлау һәм туплау, шулай уҡ дельталарҙың тәбиғи етештереү көстәрен үҙләштереү һәм һыу ҡоштарының оя ҡороу һәм миграция урындарын һаҡлау, һыу ыуылдырыҡ сәсеү урындары, шулай уҡ һирәк осраусы үҫемлектәр — лотос, чилим, һыу ебәге, екән үҫкән урындарҙы һаҡлау маҡсатында дельта барлыҡҡа килеү динамикаһын һәм уның ценоздары тормошон тикшереү.
1975 йылда ҡурсаулыҡ территорияһы халыҡ-ара әһәмиәттәге һыу-һаҙлыҡ биләмәләренә (Рамсар конвенцияһы — Волга дельтаһы) индерелә.
1984 йылдан ҡурсаулыҡ халыҡ-ара биосфера резерваттары селтәренә индерелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Заповедники СССР. Т. 1. — М.: Гос. изд-во геогр. лит-ры. 1951. — 455 с.
- ↑ Физико-географическая характеристика (рус.). Астраханский биосферный заповедник. Дата обращения: 9 июнь 2022. Архивировано 23 май 2022 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Житков Б. М. Астраханский заповедник // К двадцатилетию Астраханского госзаповедника. — М., 1940. — 80 с.
- Кривоносов Г. А., Живогляд А. Ф. Астраханский заповедник // Заповедники европейской части РСФСР. II / под ред. В. В. Соколова, Е. Е. Сыроечковского. — М.: Мысль, 1989. — С. 264—292.