Эстәлеккә күсергә

Елшән (Һарыҡташ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Елшән
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Новочеркасский сельсовет[d][1]
Халыҡ һаны 130 кеше (2010)[2]
Почта индексы 462127
Карта

Елшән, Ерекле(рус. Елшанка — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы Новочеркасск ауыл Советы составындағы ауыл

Район үҙәге Һарыҡташ ҡасабаһынан көньяҡ-көньяҡ-көнбайышҡа табан тура һыҙаттан яҡынса 14 км алыҫлыҡта.

1895 йыл барлыҡҡа килгән ауыл. Күсенеүселәре Полтавщинанан булған, һуңынан Воронеж тирәһенән күсеп килеп өҫтәлгәндәр. Елшәндә 1920 йылда башланғыс мәктәп асыла, 1925 йылда сиркәү төҙөлә. Ғибәҙәтхана асылыу менән ауыл село (деревня — сиркәүһеҙ ауыл) рәтенә күсә, йәғни статусы күтәрелә.

Елшән сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү йылдарында Бүртә районында (хәҙер Беляев) яңы төҙөлгән «Белогорск» совхозы составына 5-се ферма сифатында индерелә. 1963 йылдың ғинуарынан Елшән «Красногорский» совхозы составына уның бүлексәһе хоҡуҡтарында ҡушыла[3]

2002 йылда алынған халыҡ һаны буйынса 175 кеше (ҡаҙаҡтар 69 %)[4], 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса 130[5] кеше йәшәгән

Ырымбур өлкәһе географик атамаларының ҡыҫҡа топонимик һүҙлегендә Елшанка (башҡ. Елшән тип тә, Ерекле тип тә атап йөрөтөлә) топонимының килеп сығышы былай тип аңлатыла:

« Елшанка I, село, Бузулукский район. Название по бывшей на этом месте крепости Ольшанской, названной так по реке Ольшанке (Елшанке в другом произношении). Крепость была основана в 1741 г. Гидроним называется по особенности растительности: берега заросли ольхой (ельхой). В области немало одноименных названий рчечек и ручьев, а по ним и населенных пунктов: Елшанка II, пос. Елшанский, Елховка, несколько речек Елшанок [6] »