Ертишкестәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ертишкестәр
Короткохвостая бурозубка Blarina carolinensis
Ҡыҫҡа ҡойроҡло туғырлама (Blarina carolinensis)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Soricidae G. Fischer, 1817


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  179927
NCBI  9376
EOL  6874258

Ертишкестәр (лат. Soricidae, (рус.  Землеройковые ) — ләпәк сысҡандарға яҡын торған, тышҡы күренештә сысҡандарға оҡшаған, бөжәктәр, ваҡ ҡоштар һ.б. менән туҡлана, Көньяҡ Америка менән Австралиянан башҡа бөтә илдәрҙә йәшәй торған ваҡ кейектәр[1];Soricomorpha отрядынан һөтимәрҙәр.

21 ырыуҙы, 300 -гә яҡын төрҙө үҙ эсенә ала. Һәр ерҙә (поляр өлкәләрҙән, Австралия һәм Көньяк Американан тыш) таралған. Ертишкестәр кулҡанатлы ярғанаттар менән бер рәттән булған имеҙеүселәрҙән иң кескенәләре: кәүҙә оҙонлоғо 4-18 см, ҡойроғо 1-12 см. Тышҡы ҡийәфәте менән сысҡандарға оҡшаш, әмма, уларҙан айырмалы булараҡ, йөҙө осланып һуҙылған. Күҙҙәре кескенә, ҡара сәйлән бөртөгөләй. Күпселегенең ҡолаҡ япрағы бөтөнләй тейәрлек йөн менән ҡапланған. Йөн ҡапламы ҡыҫҡа, тығыҙ, ялтырауыҡлы. Ер өҫтөндә, ер аҫтында һәм яртылаш һыуҙа йәшәйҙәр. Тәүлек әйләнәһе әүҙемдәр, ҡышын йоҡоға талмайҙар. Йылына бер нисә тапҡыр үрсейҙәр. Бер ояла 3 тән 12 гә ҡәҙәр бала була. Ертишкестәр һаны бөжәктәр һ.б. умыртҡаһыҙҙарның күплегенә, шулай уҡ метеорологик шарттарға бәйле, аҙ ҡарлы һалҡын ҡыштарҙан һәм ҡоролоҡтан һуң киҫкен кәмей. Урман һәм ауыл хужалығы өсөн файҙалы, зарарлы бөжәкләрне күпләп юҡ итәләр. 12−15 ай йәшәйҙәр.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)

Сығанаҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]