Ер аҫты үткәргестәрендәге мозаика (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иҫтәлекле урын
Ер аҫты үткәргестәрендәге мозаика (Дондағы Ростов)
Ер аҫты үткәргестәрендәге мозаика
Ил Россия
Ҡала Дондағы Ростов
Архитектура стиле Флоренция техникаһы
Проект авторы Юрий Никитович Лабинцев, Георгий Иванович Былло.
Төҙөүсе Бригадир Юрий Лабинцев, йөҙләүселәр Д.М һәм А.В. Черенковтар, А.Т. Сушкова, Р.М. Кормилицына, Г.И. Гриценко, В. Чугуев, А.Сушков, В. Бойцов.
Нигеҙләүсе Юрий Никитович Лабинцев
Беренсе тапҡыр 1972 йыл
Нигеҙләнгән 1972 год
Төҙөлөшө 1972—1983? йылдар
Бөгөнгө хәле необходима реставрация

Ер аҫты үткәргестәрендәге мозаика — Дондағы Ростов ҡалаһындағы иҫтәлекле урын, 1970-се — 1980-се йылдарҙа[1] мозаика һүрәттәре эшләү оҫтаһы Юрий Пальшинцев[2] тарафынан төшөрөлгән.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дондағы Ростовта ер аҫты үткәргестәре 1970-се—1980-се йылдарҙа төҙөлгән[1]. Бишеһен төп урамдар киҫелешендә төҙөй башлағандар. Тәүге ер аҫты үткәүелен Театр майҙанында (Дондағы Ростов) 1969—1970 йылдарҙа Дондағы Ростовтың «Мостотряд № 10» ойошмаһы төҙөгән. Юрий Николаевич Лабинцев үткәргестәрҙең стеналарын көпләүгә етәкселек иткән[3]. 7 оҫтанан торған бригада 1979 йылда ер аҫты үкәүелдәрен мозаикалы паннолар менән биҙәгән. Мозаика ҡулдан эшләнгән. Төп материал итеп Чехияла етештерелгән ҡәҙимге көпләү плиткаһы ҡулланылған[1]. Мозаика эшләүҙә ҡулланыр өсөн плиткаларҙы төрлөсә эшкәрткәндәр — буяғандар, яндырғандар һәм киҫкәндәр. Шунан һуң керамика картиналары[3] яһала башлаған. Мозаикаларҙың төп сюжеттары — балалар тормошо, бала тыуғандан башлап, мәктәпте тамамлағансыға тиклемге осор һәм тарихи ваҡиғалар[1].

Карл Маркс, Ленин и Халыҡ ополчениеһы майҙандары янындағы ер аҫты үткәргестәрендәге мозаика 1983—1984 йылдарҙа эшләнгән. Московская урамы менән Будённый проспекты киҫелешендәге ер аҫты үткәргесендә 4 сығыу урыны бар. Һәр коридор айырым тематикалы, үҙенсәлекле мозаикалы панно менән биҙәлгән. Улар араһында 1980-се йылдар йәштәренең йәйге ялына арналғандары бар, картиналарҙа елкәнле кәмәләр янында иҫке Ворошилов күпере күренә. Дон буйы тормошона бағышланғандары ла бар[3].

2015 йылдың декабрь аҙағында киң матбуғат сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә Садовая — Ворошилов проспекты ер аҫты үткәргесендәге мозаиканы юҡ итәләр икән, тигән хәбәр тарала. Ул хәбәр рәсми нығытылмай. Ер аҫты үткәргесендә ысынлап та реставрация эштәре бара, тик улар мозаикалы панноларға ҡағылмай. Ҡала хакимиәте лә ошо уҡ хәбәрҙе дөрөҫләй һәм панноны ремонт барышында һаҡлап ҡалырға вәғҙә итә[1]. Ремонт ваҡытында иҫке плиткалар һүтеп алына. Мозаикалы паннолар айырым рамға алына.

Ер аҫты үткәргесендәге ремонт эштәре 2018 йылда буласаҡ донъя футбол чемпионаты[4] менән бәйле.


Будённый проспекты менән Московская урамдарындағы ер аҫты үткәргесендәге мозаикалы панно закон менән һаҡлана, сөнки был ер аҫты үткәргесе үҙе мәҙәни мираҫ объекты тип танылған. Башҡа ер аҫты үткәргестәренә был хоҡуҡ бирелмәй, сөнки уларҙы төҙөгәндән һуң 40 йылдан әҙерәк ваҡыт үткән (Ворошилов проспекты һәм Садовая урамы, Будённый проспекты һәм Садовая урамы, Университет тыҡрығы һәм Садовая урамы, Киров проспекты һәм Садовая урамдарында[5]).

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мозаикалар менән биҙәлгән ер аҫты үткәргестәре территорияһы — бик йәнле сауҙа урыны. Киоскылар, тауарҙар, һатыусылар һәм һатып алыусылар өлөшләтә мозаика панноларын үтеп йөрөүселәрҙән ҡаплай. Күп кенә мозаикаларҙа Шолохов китаптарының геройҙары төшкән сюжеттар һүрәтләнә. Илдең тарихи үткәне күренештәре лә сағылдырылған. Космос тематикаһына һәм тормошона бәйлеләре лә бар. Ҡайһы бер сюжеттар Дондағы Ростовты азат итеүҙе һүрәтләй[3].

Тикшеренеүселәр, мозаикаларҙы һаҡлап алып ҡалыу өсөн, уларҙы мәҙәни мираҫ объекттары итеп таныу кәрәк, тип иҫәпләй. Мәҫәлән, Буденный проспектындағы мозаика туннелдә — мәҙәни мираҫ объекты территорияһында урынлашҡан, уны алмаштырырға түгел, ә реставрацияларға кәрәк[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мозаика в подземных переходах Ростова-на-Дону: мифы и реальность. Из первых уст от создателя мозаики