Фекерләшеү:Ер аҫты үткәргестәрендәге мозаика (Дондағы Ростов)
Уҡыу көйләүҙәре
Был мәҡәлә тулыһынса йәки өлөшләтә Урыҫ Википедияһындағы «Мозаика в подземных переходах (Ростов-на-Дону)» мәҡәләһенең төп нөсхәһе нигеҙендә яҙылды. Авторҙар исемлеген төп нөсхә мәҡәләнең төҙәтеүҙәр тарихы битенән ҡарай алаһығыҙ. 7 август 2017 |
Үткәргес → Үткәүел
[сығанаҡты үҙгәртеү]Подземный переходты ер аҫты үткәүеле ти торғайныҡ. Үткәргес проводник һәм провод (газо-, водо-, нефтепровод) була. Alfiya55 (әңгәмә) 11:22, 7 август 2017 (UTC)
- Төҙәтеүегеҙ өсөн рәхмәт. Мин был тәржемәне алдан уйлап эшләнем. Бөгөн газеталарҙа переход- юл үткәргесе, тип яҙыла. Был мәҡәләнең исемен төҙәтеп, «ер аҫты юл үткәргесе», тип яҙһаң, тағы ла әйбәтерәк булыр кеүек. Шагарбану
- Шагарбану, хәҙер гәзиттәрҙә грамматиканы һәм телде белгән кеше юҡҡа иҫәп, йәштәр үҙенсә яҙа ла ҡуя, тикшереп, төбөнә төшөп тормай. Шулай ҙа Яндекстың поисковигына икеһен дә яҙып (ер аҫты үткәргесе, ер аҫты үткәүеле) эҙләтеп ҡараным - күп осраҡта үткәүел тип сыға. Үҙегеҙ ҙә шул поисковиктарҙан ҡарап ҡарағыҙ әле. Һүҙлектә лә үткәүел. Alfiya55 (әңгәмә) 04:09, 11 август 2017 (UTC)
Һүҙлектәрҙә үткәүел икәнен беләм дә ул, тик бер гәзиттә лә, интернеттағы яңылыҡтарҙа ла үткәүел һүҙе осраманы. Шагарбану 21:58, 11 август 2017 (UTC)
- Ярай, һис ҡаршылығым юҡ. Тимәк, переходты үткәргес тип йөрөтөүселәр ҙә етерлек. Шулай булғас, үткәргес ҡалһын. Alfiya55 (әңгәмә) 18:20, 11 август 2017 (UTC)
Карточка шаблоны
[сығанаҡты үҙгәртеү]- З. ӘЙЛЕ, ZUFAr һәм башҡалар, ошо мәҡәләнең карточкаһы нишләп боҙолоп күсә икән ул? Күсермәһен шул көйө тәржемәһеҙ генә ҡуйһаң да шулай сыға. Alfiya55.
- Ҡатнашыусы:Alfiya55 Төҙәтеү өсөн ҡалыпты, ҡалып эсенә ингән ҡалыптарҙы, модулдәрҙе яңыртырып ҡараға кәрәк булыр.--ZUFAr (әңгәмә) 23:50, 10 август 2017 (UTC)