Еңеү паркы (Волгодонск)
«Еңеү паркы» муниципаль автономиялы мәҙәниәт учреждениеһы | |
---|---|
Төп мәғлүмәт | |
Төрө | мәҙәниәт һәм ял паркы |
Майҙаны | 16 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1965 йыл |
pobedavlgd.ucoz.net | |
Урынлашыуы | |
47°31′01″ с. ш. 42°08′55″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Ростов өлкәһе |
Еңеү паркы Викимилектә |
Еңеү паркы йәки «Победа» мәҙәниәт һәм ял паркы (рәсми — «Еңеү паркы» муниципаль автономиялы мәҙәниәт учреждениеһы) — Ростов өлкәһенең Волгодонск ҡалаһындағы, ҡаланың иҫке өлөшөндә урынлашҡан мәҙәниәт һәм ял паркы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Паркка 1965 йылдың 8 майында, фашистик Германияны Еңеүҙең 20 йыллығын байрам иткәндә нигеҙ һалына.
Парк майҙаны 16 гектарға тиклем киңәйтелә. 1968 йылдың йәйендә «Еңеү» паркында спорт һарайы төҙөлә башлай. Яһалма боҙ майҙанын төҙөү эше менән химкомбинат инженеры Иосиф Миронович Болотин етәкселек итә. Буласаҡ спорт һарайының оҙонлоғо — 72 метр, киңлеге — 36 метр, бейеклеге — 13 метр булыр тип планлаштырыла. Боҙ аренаһы 1200 тамашасыға иҫәпләнгән була. Төҙөүселәрҙең планы буйынса волгодонлыларҙың йыл әйләнәһенә конькиҙа шыуыу спорты менән шөғөлләнергә, фигурасыларҙың сығыштарын һәм боҙҙа балет тамашаларын ҡарарға мөмкинлеге барлыҡҡа килер ине. Ләкин төҙөлөш өсөн яуаплы булған, бер йыл алдан төҙөлөштө тапшырған химкомбинат, барыбер проектты аҙағына еткермәй.
1976 йылдың 4 ноябрендә Еңеү паркында "Партия һәм хеҙмәт ветерандары аллеяһы"на нигеҙ һалына. Унда беренсе ағастарҙы Р. С. Чубарь, А. И. Явельберг, П. К. Богданова, Г. И. Овчинников, Н. А. Кадолин, Ф. К. Васильев, М. Х. Долгих һәм башҡалар ултырталар.
1979 йылда Волгодонск ҡалаһының башҡарма комитеты архитектор Тарас Григорьевич Ботяновскийгә паркты, уны ҡаланың төп майҙаны — Еңеү майҙаны менән бер идея аша бәйләп, үҙгәртеп ҡороу проектын эшләргә ҡуша.
Ботяновский Т. Г. Саратов, Балаково ҡалаларында баш архитектор булып эшләгән була. 1974 йылда атом электростанцияһы төҙөлә башлаған Волгодонск ҡалаһына эшкә килә. 1977 йылда Ботяновский Волгодонск ҡалаһының баш архитекторы вазифаһына тәғәйенләнә. Парктан һәм Еңеү майҙанынан, Еңеү аркаһынан башҡа, уның проекттары буйынса «Строитель» спорт-комплексы, «Волгодонск» ҡунаҡханаһы һәм башҡа ҡаланың билдәле биналары төҙөлә. 2000 йылда архитектор Т. Г. Ботяновскийгә «Ҡаланың Почетлы гражданы» исеме бирелә[1].
1980 йылда паркты яңыртып төҙөү башлана. 1983 йылдың яҙында Волгодонск ҡала башҡарма комитеты «Әсәлек даны аллеяһына» ҡуйыу өсөн кандидатураларҙы раҫлай. Исемлеккә 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 11 әсә инә. Аллеяны архитектор Т. Г. Ботяновскийҙың проекты буйынса скульптор В. П. Поляков биҙәй. 1985 йылдың 22 апрелендә коммунистик субботник көнө «Хәтер баҡсаһына» нигеҙ һалына. Был баҡсала бөтә ағастарҙы ла һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған яугирҙәр иҫтәлегенә уларҙың туғандары ултырта. Паркта бөтәһе ике меңдән артыҡ ағас ултыртыла. Паркка ингән ерҙә лавр веногы менән биҙәлгән таш плита ҡуйылған. Унда «Һәләк булғандар иҫтәлегенә — лайыҡ булығыҙ» тигән яҙыу уйып яҙылған. «Хәтер баҡсаһы» менән йәнәшә шулай уҡ Т. Г. Ботяновский проектлаған герой-ҡалалар аҡланы урынлашҡан[2]. 1985 йылдың 9 майында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 40-йыллығын байрам иткән көндә Василий Поляков проекты буйынса яңыртылған Еңеү паркы һәм фонтан менән шул уҡ исемдәге майҙан тантаналы асыла. Ҙур йондоҙ һыҙатындағы фонтан уртаһында, пьедесталда свастика ватыҡтарында баҫып торған һәм ҡулдарына Еңеү байрағын тотҡан ике яугир-еңеүсенең ҡорос һыны урынлашҡан. Фонтан парктың дүрт аллеяһының:
- партия һәм хеҙмәт ветерандары;
- әсәлек даны;
- хәрби дан;
- тәүге төҙөүселәр
аллеялары киҫешкән ерендә тора.
Саралар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Паркта аттракциондар ҡуйылған. Йыл һайын, 9 май алдынан, һуғыш ҡорбандары иҫтәлегенә митингтар һәм «Хәтер баҡсаһында» сәскәләр һалыу була. 22 июндә — традицияға ингән, һуғыш башланыу тураһында хәтер митингыһы үтә.
Фотогалерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Еңеү майҙаны, «Октябрь» МҺ һәм Еңеү паркына инеү урыны күренеше.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Страница парка в ВКонтакте
- История Волгодонска. Парк «Победа» 2017 йыл 18 февраль архивланған.
- Парк Победы — наши дни 2017 йыл 4 ғинуар архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кукушин В. С. История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья — Ростов-на-Дону: ГинГо, 1996
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ботяновский Тарас Григорьевич . 2017 йыл 5 февраль архивланған.
- ↑ Памятники площади и парка Победы . 2017 йыл 5 февраль архивланған.