Эстәлеккә күсергә

Еңеш суҡыһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Еңеү түбәһе битенән йүнәлтелде)
Еңеш суҡыһы
ҡырғ. Жеңиш чокусу, ҡыт. 托木尔峰, уйг. Томур
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге7439[1] м
Сағыштырмаса бейеклегеа4148 м
Беренсе күтәрелеү1938 или 1956 (Советская экспедиция) 
Урынлашыуы
42°02′05″ с. ш. 80°07′43″ в. д.HGЯO
Илдәр
[[ |Регионы административ бүленеше]]Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы, Эҫек-Күл өлкәһе
Тау системаһы[[Тәңре-Тау|Тәңре-Тау]] 
Тау һырты йәки массивҠаҡшал-Тау 
Ҡырғыҙстан
Красная точка
Еңеш суҡыһы
 Еңеш суҡыһы Викимилектә

Еңеш Суҡыһы (ҡырғ. Жеңиш чокусу, ҡыт. 托木尔峰, уйғ. Төмүр) Ҡаҡшал-Тау һыртындағы 7439 метрлыҡ суҡы, ялпы Тәңре-Тауҙың һәм Ҡырғыҙстандың иң бейек нөктәһе.

Ҡырғыҙстандың Эҫек-Күл өлкәһе менән Ҡытайҙың Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы сигендә урынлашҡан. Элекке ШСЙБ-ның 7000 метрҙан бейек 5 тауының иң ҙур икенсеһе һәм иң хәүефлеһе.

Был тау боронғо афсаналарҙа Хан-Тәңре тип аталып, бөтә Тәңре-Тауҙың иң бейек тауы булып беленгән ине. Ләкин Пётр Петрович Семёнов-Тянь-Шаньский исемле урыҫ йәғрәфиәсе 1857 йылында Тәреҫкәй-Алатау һыртының төнъяғынан килеп ҡарағанда күргән иң бейек һәм матур тауҙы яңылыш итеп әфсанәүи Хан-Тәңре тауы, бөтә Тәңре-Тауҙың иң бейек тауы тип билдәләй. Ҡушсыларҙың ул тауҙы Ҡантау тип атауҙарына иғтибар итмәйсә уны Хан-Тәңре тип атай һәм харитала суҡыны төньяҡҡа 20 км күсереп, уны Тәңре-Тау һырттарының үҙәгенә урынлаштыра.

Семёнов-Тянь-Шаньский артындағы Ҡаҡшал-Тау һыртының бөтә Тәңре-Тау өҫтөнән ҡалҡып торған ҙур ҡарлы-боҙло тауҙарын күрмәй ҡалған ине. Көньяҡтан, Тарым йылғаһы үҙәнендәге уйғыр Аҡһыу ҡалаһынан хәҙерге Еңеш суҡыһы яҡшыраҡ күренә, һәм электән Хан-Тәңре тип аталған ине.

Шуға күрә хәҙерге Хан-Тәңре тауының тарихи исеме Ҡантау ине, Еңеш суҡыһының иһә тарихи исеме Хан-Тәңре ине. Хәҙерге исеме иһә 1946 йылында Бөйөк Ватан һуғышы еңеүе хөрмәтенә бирелгән.

  1. Peakbagger.com (ингл.). Дата обращения: 29 июль 2020. Архивировано 5 июнь 2020 года.