Е. Г. Левашеваның ҡала усадьбаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Е. Г. Левашеваның ҡала усадьбаһы
Рәсем
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү ҡалаһы
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]

Е.Г. Левашеваның ҡала усадьбаһыМәскәүҙәге усадьба. Яңы Басманный урамы, 20-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты[1].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1782 йылда биләмәнең хужабикәһе булып графиня Е.И. Шувалова тора. 1831 йылдан усадьба дворян Левашевтарға, Николай Васильевич һәм уның ҡатыны Екатерина Гавриловнаға ҡарай. Яңы хужалар усадьбаны төҙөкләндерә, ике бер ҡатлы флигель шул ваҡыттан уҡ һаҡланып ҡала. Флигелдәрҙең береһендә 1833 йылдан алып 1856 йылға тиклем яҙыусы Чаадаев Петр Яковлевич йәшәгән, Мәскәүҙәге урамдың исеме менән уны «басман философы» тип атағандар. Яҙыусының фатиры өс бүлмәнән торған, унда дүшәмбе көндәрендә әҙәби салон ойошторолған. Бында уҡ Чаадаев 1856 йылда вафат була[2].


Левашевтарҙан һуң усадьбаны аптекасы П. Шульц, һуңынан сауҙагәр Прохоровтар биләй. Улар оҙон ике ҡатлы кирбес йорт төҙөйҙәр. 1904 йылда усадьбаны Александров коммерция училищеһы һатып ала. Төп йорттоң ҙур өлөшө һүтеп алына, ҡалған өлөшө яңы өс ҡатлы бина өсөн нигеҙ була. Яңы йорт училищеның ҡатын-ҡыҙҙар бүлеген урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнә, эште архитектор С.У. Соловьёв башҡара.

1920 йылдарҙа йортҡа тағы өс ҡат өҫтәп төҙөлә, бындай ҡиәфәттә ул беҙҙең көндәргә тиклем килеп етә. Беренсе ҡатта тәҙрәләр ярым түңәрәк менән тамамлана, икенсе һәм өсөнсө ҡатта тәҙрәләрҙең түңәрәк нишалары һәм сағыу булмаған декоры революцияға тиклемге осорға ҡарай[2].


Революциянан һуң бина уҡыу йорто булараҡ ҡулланыла, унда Сәнәғәт академияһы урынлаша. Һуңынан унда радиолокацияның Бөтә Союз ғилми-тикшеренең институты күсә, институт бинаны бөгөнгө көнгә тиклем биләй[2]..

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]