Жан-Поль Готье

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Жан-Поль Готье
Jean-Paul Gaultier
Эшмәкәрлеге:

Модельер

Лейбл:

Jean Paul Gaultier

Тыуған урыны:

24 апрель 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (71 йәш)

Вафат урыны:

Аркёй, Франция

Гражданлығы:

Франция Франция

Награда һәм премиялары:

Fashion Group International

Сайт:

JeanPaulGaultier.com

Жан-Поль Готье́ (франц. Jean-Paul Gaultier; 24 апрель 1952 йыл) — француз модельеры, күп йәһәттән 1980-се һәм 1990-сы йылдарҙың «юғары» модаһын билдәләүсе, үҙ мода йортоноң һәм Jean Paul Gaultier S.A. компанияһының президенты.

Биографияһы һәм карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге заман модельерҙары араһында махсус белеме булмаған һирәктәрҙең береһе; Готье йәш сағында Париж кутюрьеларына үҙ һыҙмаларын ебәреп тора, шулай итеп, 18 йәшендә Пьер Кардендың мода йортона эшкә алына. 1976 йылда үҙенең тәүге коллекцияһын эшләй, 1981 йылда уға билдәлелек килтергән һәм фирма стиле булып киткән провокацион стилде ижад итә.

Готье гей булыуын йәшермәй. Париж биҫтәләрендәге урамдарҙа күргәндәре менән рухланып, модельер юғары француз модаһының l’enfant terrible (фр. тыңлауһыҙ, иркә бала) . Ул тельняшкала һәм килтта йөрөй, ир-ат моделдәрҙе ҡатын-ҡыҙ кейеменә кейендерә, пирсинглы эпатаж моделдәргә өҫтөнлөк бирә. Панк-мөғжизә Нина Хаген менән эшләй.

Йырсы Мадоннаның 1990 йылғы донъя турнеһы өсөн эшләнгән осло бюстгальтерлы корсет Готьеның иң шаҡ ҡатырғыс ижад емештәренең береһе булып тора. Модельер шулай уҡ йырсы Мэрилин Мэнсон, 1998 һәм 2014 йылғы Евровидение йыр конкурсы еңеүселәре Дана Интернешнл и Кончита Вурст (һуңғыһы шулай уҡ 2014—2015 й. көҙө-ҡышы коллекцияһы күрһәтмәһендә «кәләш күлдәген» тәҡдим итә) өсөн сәхнә кейемдәре тегә.

Готье кино өсөн костюмдар ижад итә, Педро АльмодоварКика»), Питер ГринуэйАшнаҡсы, бур, уның ҡатыны һәм ҡатынының һөйәре»), Люк БессонБишенсе элемент»), Жан-Пьер Жёне һәм Марк КароЮғалтылған балалар ҡалаһы») кеүек режиссерҙар менән хеҙмәттәшлек итә.

Хореограф Анжелен Прельжокаждың «Белоснежка» (2008, 2009 экранлаштырыла) балеты өсөн костюмдар ижад итә.

Йырсы Милен Фармер өсөн сәхнә кейемдәре тегә, атап әйткәндә — уның 2009 һәм 2013 йылғы турҙары өсөн. 2011 йылда Милен «кутюрҙың» 2011—2012 йылдың көҙө-ҡышы дефилеһын «кәләш» күлдәгендәге сығышы менән тамамлай, был тамаша «Аҡҡош күле» балетына һәм «Ҡара аҡҡош» фильмына бағышлана[4]. MTV каналында автор программаһын алып бара.

1993 йылда үҙ парфюмерия линияһын аса. 2003 йылда Париждағы Hermès мода йортоноң ижадкәр директоры булып китә. Шул уҡ йылда Hermès Jean Paul Gaultier S.A. компанияһының 30 % ала, ә бер нисә йылдан Готье был фирмалағы өлөшөн 45 %-ҡа еткерә[5]. Hermèsта ете йыл эшләгәс, Готье 2010 йылдың майында был эштән китә, үҙ бизнесын үҫтерергә була. Артабан етәксе вазифаһын Hermèsта ҡатын-ҡыҙ кейеме линияһын эшләгән, ә уға тиклем Lacoste компанияһының баш дизайнеры булған Кристоф Лемэр биләй.

2010 йылдың 21 июлендә Жан-Поль Готье үҙенең Мода йортоноң һәм Jean Paul Gaultier S.A. компанияһының президенты тип иғлан ителә. Менеджмент өсөн яуап биргән был вазифала ул Вероник Готьены (модельерға туған түгел) алмаштыра.

Модельер исемен йөрөткән парфюмерия Puig испан компанияһы — Готье Мода йортоноң мажоритар акционеры — тарафынан сығарыла.

Хәйриәлек эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2003 йылда Нью-Йорктағы Метрополитен музейында «Итәкле ирҙәр» тигән күргәҙмәне үткәреүгә бағыусылыҡ итә[1].

Танылыу һәм наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2007 йылда Готье «ҡалыптарҙы һәм мода сиктәрен юйған өсөн» Fashion Group International премияһына лайыҡ була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. "Special Exhibitions: Bravehearts: Men in Skirts". Metropolitan Museum of Art. Дата обращения: 31 октябрь 2007. Архивировано 1 октябрь 2007 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]