Житникова Варвара Павловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Житникова Варвара Павловна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Украина
Тыуған көнө 1 декабрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Харьков өлкәһе
Вафат булған көнө 14 декабрь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Украина Совет Социалистик Республикаһы, Харьков өлкәһе
Һөнәр төрө колхозник
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы «Алтын Йондоҙ» миҙалы Ленин ордены

Житникова Варвара Павловна (1 декабрь 1917 йыл — 14 декабрь 1984 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Украина ССР-ы Харьков өлкәһе «Ҡыҙыл тулҡындар» орлоҡсолоҡ совхозы звеньевойы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Варвара Павловна Житникова 1917 йылдың 1 декабрендә Харьков өлкәһе территорияһында украин крәҫтиәндәре ғаиләһендә тыуған.

Башланғыс белем алған. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында немецтар тарафынан оккупацияланған биләмәлә йәшәй. 1943 йылдың февралендә был территория немец-фашист илбаҫарҙарынан азат ителгәндән һуң Житникова Варвара Павловна дошмандар тарафынан емерелгән хужалыҡты тергеҙеүҙә ҡатнаша. Һуңыраҡ Житникова Варвара Павловна иген үҫтереүсе звеноны етәкләй. 1947 йылда үҙенең звеноһына ҡараған 20 гектар майҙанда гектарынан 35,5 центнер бойҙай үҫтереп ала.

1948 йылдың 13 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы Варвара Павловна Житниковаға ауыл хужалығында юғары һөҙөмтәләр алғаны һәм уңыш собирать итеүҙә рекорлы күрһәткестәре өсөн «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

Артабан да Житникова Варвара Павловна ауыл хужалығында эшләүен дауам итә һәм ауыл хужалығы производствоһында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.

В. П. Житникова Харьков өлкәһе Великобурлыкский районының Червоная Хвыля ҡасабаһында йәшәй. Ул 1984 йылдың 14 декабрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (13.03.1948)
  • Ленин ордены (13.03.1948)
  • миҙалдар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Харьковщинаның алтын йондоҙҙары. Төҙөүсе Дикань А. П. — Харьков, 2009.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]