Эстәлеккә күсергә

Иртәнге аш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Завтрак битенән йүнәлтелде)

Иртәнге аш — көн эсендәге беренсе аҙыҡ ҡабул итеү, ҡағиҙә булараҡ, таң атҡандан төшкә тиклем үтә[1]. Туҡланыу буйынса ҡайһы бер белгестәр, иртәнге аш — иң мөһиме, уны үткәреү һимереүгә, шәкәр диабеты, йөрәк өйәнәгенә килтерергә мөмкин тип фаразлай[2].

Иртәнге аш йолалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрлө илдәрҙә иртәнге аштың үҙ йолалары бар:

Европала иртәнге аш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Һоло ярмаһынан бутҡа

Европала иртәнге ашты әҙерләү Урта диңгеҙ йолаларына барып тоташа. Мотлаҡ рәүештә эҫе эсемлектәр (алкоголһеҙ) һәм ондан бешерелгән ашамлыҡ ҡуялар. Эсемлектәрҙән һөткә өҫтөнлөк бирелә.

Инглиздәрҙә иртәнге аш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Британияла иртәнсәк бекон, бәшмәк, помидор, икмәк менән ҡурылған йомортҡа һәм пудинг ашайҙар. Әммә хәҙерге ваҡытта классик инглиз иртәнге ашын тик ял көндәрендә йә байрамдарҙа ғына ашай алалар[3].

Һиндтарҙа иртәнге аш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һинд аш-һыуында ноҡот һәм йәшелсәләрҙән әҙерләнгән сабджи ризығына өҫтөнлөк бирелә, уға карри тәмләткестәр ҡатнашмаһы ла ҡушыла.

Ҡытайҙарҙа иртәнге аш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡытайҙа иртәнге ашҡа еңел ризыҡтар, эсемлектәрҙән пуэр исемле сәй ҡуйыла. Сынаяҡ аҫтына ҙур булмаған өлөштәр менән еләк-емеш, йәшелсә, диңгеҙ продукттары һалына.

Урыҫтарҙа иртәнге ашты әҙерләү күп ваҡытты алмай. Өҫтәлгә майлы бутҡа, эремсек, сыр, ҡоймаҡ ҡуялар, ҡыҙҙырылған йомортҡа, омлет та булыуы мөмкин. Ғәҙәти эсемлектәрҙән — ҡара сәй, кәһүә, десертҡа бал, ҡайнатма, ҡуйыртылған һөт, ҡаймаҡ, печенье ашайҙар. Йәйге осорҙа шулай уҡ емеш-еләк тә өҫтәлә: алма, армыт, ҡауын һәм ҡарбуз, ҡурай еләге, ер еләге һәм башҡалар.

Башҡорттарҙа иртәнге аш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттар ғәҙәттә иртәнсәк мотлаҡ һөтлө ҡара сәй эсеп, эремсек, бал, төрлө ҡайнатмалар, ҡорот, талҡан ҡушып ашарға мөмкин.

  1. Завтрак в словаре Ушакова(недоступная ссылка)
  2. Завтрак «самый важный приём пищи» BBC 7 марта 2003 года
  3. Английский завтрак (отрывок из книги «Путеводитель по англичанам»)