Эстәлеккә күсергә

Замандаш гәзите

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

«Замандаш» — ижтимағи‑сәйәси гәзит. «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенең баҫмаһы.

1990—92 йылдарҙа Өфөлә, Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылында һәм Салауат районы Малаяҙ ауылында айына 2 тапҡыр башҡорт һәм урыҫ («Современник»; айырым материалдары) телдәрендә сыҡҡан. Гәзиттә «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенең 1989—90 йылдарҙағы съездар резолюциялары һәм ҡарарҙары, тарихи һәм архив материалдары баҫылған, башҡорт халҡының хәҙерге хәле һәм үҫеше яҡтыртылған.