Эстәлеккә күсергә

Зигзаг мәмерйәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зигзаг
Төп күрһәткестәр
Тәрәнлеге150 м
Оҙонлоғо2500 м
Күләме37 900 м³
Асылған йылы1969 
Төрөкарст  
Һыйҙырышлы тоҡомдарэзбизташ  
Инеү юлдары һаны2 
Килеүселәр өсөн
Туристар өсөн асыҡ2500 м
Яҡтыртыуюҡ 
Урынлашыуы
53°00′07″ т. к. 56°30′28″ кс. о._type:landmark HGЯO
Ил
ТөбәкБашҡортостан 
Рәсәй
Красная точка
Зигзаг

Зигзаг — Башҡортостандың Мәләүез районында билдәле Ҡотоҡ төбәгендә урынлашҡан мәмерйә. Девон даламитының франс ярусында һәм эзбишташтан барлыҡҡа килә. Зигзаг мәмерйәһенә грунтлы юл, Һирәт платоһына кутәрелеүҙән башлана, был юлдан тик квадроциклда йәки приводлы автомобилдәрҙә ғына үтергә мөмкин[1].

Был мәмерйә исеме үҙе өсөн үҙе әйтә. Провальной варонканың бортында, диаметры 1 метр һәм 3 метр булған ике инеу урыны урынлашҡан. Мәмерйә инеү урынынан ҡәтғи рәүештә аҫҡа китә. Коридорҙары бейек, бөгөлмәйенсә йөрөргә лә мөмкин, әммә коридорҙар бик бормалы, боролоштар һәр бер-нисә метрҙан тиерлек аша урынлашҡан. Стеналары һәм тубәһе аҡ юлаҡлы ҡара мәрмәрҙан тора. Мәмерйәлә тармаҡтар бар. Тар үтеүҙәрҙә сталактиттарҙы һәм сталагмиттарҙы күрергә мөмкин. Бигерәк тә төрлө төҫлө сталактитарҙан торған шарлауыҡ хайран ҡалдыра.

Коридор аҫҡа ҡарай тәрән төшә бара, перпендикуляр коридорҙа көслө ер аҫты йылғаһына барып етә. Был Ҡотоҡ йылғаһының һыу аҫты өлөшө. Ҡотоҡ йылғаһының ер өҫтөндәге өлөшө ер аҫтына төшә һәм ер аҫты галереяһында ағыуын дауам итә.

Йәйен температураһы 9°С, ҡышын 6°С, февраль-март айҙарында мәмерйәнең ауыҙы туңа. Мәмерйәлә ярғанаттар йәшәй, йылғала балыҡ бар.