Диярова Зиниә Әнүәр ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зиниә Диярова битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Диярова Зиниә Әнүәр ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 5 ғинуар 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (61 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Әбйәлил районы, Рауил ауыл Советы (Әбйәлил районы), Исҡужа ауылы
Һөнәр төрө Уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре, мәктәп уҡытыусыһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты

Диярова Зиниә Әнүәр ҡыҙы (5 ғинуар 1959 йыл) — педагог, йәмәғәтсе. Шаран районы Шаран ауылы 2-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зиниә Әнүәр ҡыҙы Диярова (ҡыҙ фамилияһы Кашапова) 1959 йылдың 5 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районының Исҡужа ауылында тыуған. Бала сағы Атауҙы ауылында үтә.

1977 йылда Йәнгел урта мәктәбен тамамлай һәм бер йыл ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй.

1978—1983 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты[1] филология факультетының рус–башҡорт бүлегендә уҡый.

Юғары белемле уҡытыусы шул уҡ йылда Нуриман районының Ишморат һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә эш башлай.

1986 йылда Зиниә Әнүәр ҡыҙы ғаиләһе менән Шаран районына күсеп килә һәм 2000 йылға тиклем «Баштрансгаз» берекмәһенең Шаран газ үткәреү линия идаралығының «Тирмәкәй» балалар баҡсаһында тәрбиәсе һәм методист булып эшләй.

1997—1998 уҡыу йылында бер үк ваҡытта ата-әсәләр теләге буйынса Шарандың 1-се мәктәбенең 1-се класында тәүге тапҡыр башҡорт телен уҡытыуҙы башлап ебәрә. Әүҙем педагогтың был ныҡышмалығы үҙ һөҙөмтәһен бирә: артабанғы йылдарҙа туған телен ныҡлап өйрәнергә теләүсе балалар күбәйә. 2000—2004 йылдарҙа Зиниә Диярова Шарандың 1-се урта мәктәбендә эшләй.

2004 йылдан бөгөнгө көнгәсә ул район үҙәгендәге 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыта[2].

Оҙаҡ йылдар Шаран районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе.

II һәм IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты.

Шаран районында башҡортса сыҡҡан «Сөн һулышы» гәзите туранан-тура Зиниә Диярова исеме менән бәйле.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2006 йылда беренселәрҙән булып «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе;
  • 2007 йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ була;
  • 2012 йылда «Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе дипломын яулай һәм аҡсалата бүләк ала[3];
  • «Мең йыллыҡтар араһында башҡорт ҡатын-ҡыҙы» белешмәһенә ингән;
  • Шаран районы энциклопедияһына ингән;
  • «Әбйәлилдең данлы ҡыҙҙары» исемле йыйынтыҡҡа ингән.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2016 йылдан Шаран районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007)
  • Шаран ауыл Советының почётлы гражданы[5]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • ире Әнис Арсланғәли улы, газ тармағы инженеры;
  • ҡыҙы Эльвира, дизайн белгесе;
  • ҡыҙы Ләйсән, инглиз теле уҡытыусыһы, аспирантурала уҡый;
  • улы Камил, эшләй һәм аспирантурала уҡый.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]