Зыязитдинова Гөлшат Ибраһим ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зыязитдинова Гөлшат Ибраһим ҡыҙы
Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Ауырғазы районы Талбазы ауылы

Һөнәре:

актёр

Әүҙем йылдары:

19732012

Театр:

Салауат башҡорт дәүләт драма театры

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы

Зыязитдинова Гөлшат Ибраһим ҡыҙы (22 сентябрь 1947 йыл22 июль 2023 йыл) — башҡорт театр һәм кино актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зыязитдинова Гөлшат Ибраһим ҡыҙы[1] Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Талбазы ауылында артистар, Салауат театры корифейҙары Зәкиә һәм Ибраһим Әхмәровтар ғаиләһендә тыуған. Ибраһим Әхмәр улы Әхмәров[2], Салауат драма театрының элекке директоры, уны башлаусы булып тора. 1936 йылдан алып Дәүләкән колхоз-совхоз театры менән, аҙаҡ Ауырғазы колхоз-совхоз театры менән етәкселек итә. 1956 йылда Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән был театр Салауат ҡалаһына күсерелә һәм хәҙерге исемен ала. 1973 йылда Гөлшат Ибраһим ҡыҙы Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлай. Шул ваҡыттан алып ул Салауат дәүләт башҡорт драма театры труппаһында эшләй. Зыязитдинова Гөлшат Ибраһим ҡыҙы — Әхмәровтар данлыҡлы актёрҙар династияһы вәкиле[3]. Уға артист оҫталығының киң диапазоны хас. Артистың бөтә ижади тормошо Салауат башҡорт дәүләт драма театры менән бәйле.

Спектаклдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡыҙ — «Ҡыйыу ҡыҙҙар» (Т.Ғизәт, 1974 йыл).
  • Әсә — «Ҡанлы туй» (Г. Лорка, 1983 йыл).
  • Нина — «Тупһа» (А. Дударев).
  • Дилфүзә — «Кисер мине, әсәй!» (Р. Батулла).
  • Фәрихә — «Минең йәшлегем тирәктәре» (К.Аҡбашев).
  • Ләлә Моисеева — «Мөхәббәт хаҡына» (Р.Байбулатов).
  • Зәлифә — «Әсәләр көтәләр улдарын» (А. Мирзаһитов).
  • Суфия — «Ҡояш булып ҡалығыҙ!» (А. Папаян, 1989 йыл).
  • Хәнә — «Бабайҙарҙы урлау» (Ф.Буләков, 1993 йыл).
  • Тәфтишсе — «Таштуғай» (Ф.Буләков, 1993 йыл).
  • Сәрби — «Башмағым» (Х. Ибрашимов, 1995 йыл).
  • Галя — «Чио-Чио-Саня» (Г. Башкуев, 1998 йыл).
  • Зәкиә — «Яран хушлашыу сәскәһе» (Ф.Буләков, 1998 йыл).
  • Екатерина II — «Салауат» (М. Кәрим, 1999 йыл).
  • Ғәлиәбаныу — «Ғәлиәбаныу» (М. Фәйзи, 2000 йыл).
  • Сиған ҡатыны — «Үтте минең аҡ йәйем» (Л.Станкова,2001 йыл).
  • Апай — «Исеме ҡатын-ҡыҙ» (З.Аҙнабаева, 2002 йыл)
  • Гөлйөҙөм — «Аҡҡошом минең» (А.Яхина, 2003 йыл).
  • Гөльямал — «Ҡатындар болаһы» (М.Багаев, 2004 йыл).
  • Ҡарт Зәйтүнгөл — «Зәйтүнгөл» (Н. Асанбаев, 2005 йыл).
  • Тәңкәбикә — «Ай тотолған төндә» (М. Кәрим, 2006 йыл).
  • Хәлимә — «Был шулай булды» (Т.Миңнуллин, 2006 йыл).
  • Хәҙисә — «Шайтан-квартиранттар» (Р.Кинйәбаев, 2007 йыл).
  • Шаблова — «Һуңлап килгән һөйөү» (Н. Островский, 2007 йыл).
  • Шәмсинур — «Ул ҡайтты» (А.Атнабаев, 2009 йыл).
  • Зарифа — «Бес в ребро» (М.Багаев, 2010 йыл)
  • Сания — «Үс алыу» (А.Попов, 2011 йыл).
  • Мәстүрә — «Ауылға ҡыҙҙар килде» (Н.Ғәитбаев, 2013 йыл).
  • Уммия — «Әлдермөштән Әлмәндәр» (Т.Миңнуллин, 2014 йыл).
  • Мәҙинә — «Ауыл Донжуандары» (Б.Аппаев, 2014 йыл).
  • Ҡаҙнагөл — «Һипкелле ҡыҙ» (К.Аҡбашев, 2015 йыл).
  • Ҡатын — «Яҡташтар» (М.Кәрим, 2016 йыл)

Кинофильмдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Күрше ҡыҙ Сания — «Ай ҡыҙы — 2»(реж.: А.Нурмөхәмәтов, 2002 йыл)
  • Ғәлиәбаныу — «Ғәлиәбаныу. Мөхәббәт тураһында легенда» (реж.: Р.Хәкимов, 2013 йыл[4]

Театрҙа һәм кинола эшләгән йылдары дауамында[5] Гөлшат Ибраһим ҡыҙы бөтәһе 100-ҙән артыҡ роль башҡарҙы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1990 йыл)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003 йыл)[6].
  • Башҡортостан өлкә профсоюз комитетының Маҡтау ҡағыҙы (1983 йыл), Салауат ҡалаһының һәм республика ҡалалары һәм райондарының дәүләт учреждениеләре һәм йәмәғәт ойошмаларының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. «Иң яҡшы йыл артисы — 2005». 2013 йылда «Урал Лото» джек-пот лотореяһынан 10 миллиондан артыҡ һум аҡса ота!!!

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]