Эстәлеккә күсергә

Ибраев Рәшит Әхмәтзыя улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ибраев Рашит Ахметзиевич битенән йүнәлтелде)
Ибраев Рәшит Әхмәтзыя улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 24 февраль 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Бүздәк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Институт вычислительной математики РАН имени Г. И. Марчука[d]
Уҡыу йорто Мәскәү физика-техник институты[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ибраев Рәшит Әхмәтзыя улы
Тыуған көнө

24 февраль 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (65 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Бүздәк районы Табанлыкүл ауылы

Вафат урыны
Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

математик моделләштереү, гидродинамика

Эшләгән урыны

РФА-ның Г. И. Марчук исемендәге Математик иҫәпләү институты; РФА-ның П. П. Ширшов исемендәге Океанология институты

Альма-матер

Мәскәү физика һәм техника институты

Ғилми дәрәжәһе

физика-математика фәндәре докторы (2002)

Ғилми исеме

профессор, РФА-ның ағза-корреспонденты (2008).

Ибраев Рәшит Әхмәтзыя улы (24 февраль 1959 йыл) — ғалим-математик, океандағы физик процесстарҙы математик моделләштереү өлкәһендәге белгес, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2008), физика-математика фәндәре докторы (2002), профессор (2008).

Рәшит Әхмәтзыя улы Ибраев 1959 йылдың 24 февралендә Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Табанлыкүл ауылында тыуған.

1976 йылда — Өфөнөң 39-сы урта мәктәбен тамамлай, уның исеме уҡыусыларҙың физика буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призерҙары араһында һәм Бөтә Союз олимпиадаһы ҡатнашыусылары араһында була.

1982 йылда — Мәскәү физика-техник институты студенты, ә 1985 йылда шунда уҡ аспирантурала уҡый.

1985 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, темаһы: «Океан экваториаль зонаһының эре масштаблы гидрофизик уратмаһының иҫәп моделен төҙөү» (ғилми етәксеһе — академик А. С. Саркисян).

2002 йылда — докторлылыҡ диссертацияһын яҡлай, темаһы: «Каспий диңгеҙе термогидродинамиквһының математик моделләштереү».

2008 йыл — РФА-ның ағза-корреспонденты итеп һайлана.

1985—1987 йылдарҙа Эксперименталь метеорология институтында эшләй (Калуга өлкәһенең Обнинск ҡалаһы).

1988 йылдан башлап РФА-ның Г. И. Марчук исемендәге иҫәпләү математикаһы институтында эшләй, бында ул ғилми хеҙмәткәрҙән баш ғилми хеҙмәткәргә тиклем юл үтә (2008 йыл).

2007 йылда РФА-ның П. П. Ширшов исемендәге Океонология Институтының шул осорҙа булдырылған диңгеҙ һәм океандарҙың климаты үҙгәрештәрен моделләштереү төркөмөнөң етәксеһе итеп тәғәйенләнә.

1988 йылдан — МФТИ — ла доцент вазифаһын һым уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген берҙәй тигеҙ алып бара.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары: океан физикаһы, диңгеҙҙең эре һәм мезомасштаблы гидродинамикаһы, океан һәм эске диңгеҙҙәрҙең динамикаһын математик моделләштереү, климатик үҙгәреш, синоптик үҙгәреш, Каспий диңгеҙе, Ҡара диңгеҙ, Донъя океаны.

Төп һөҙөмтәләре:

Атлантик океан һыуының климатик әйләнеше, Ҡара диңгеҙ һыуының йыл эсендәге үҙгәреше динамикаһы тикшерелә.

Ҡара диңгеҙҙең климатик характеристикаһы таралышының тәүге тапҡыр 3 айлыҡ билдәләнеш картаһы төҙөлә.

Эске диңгеҙ гидродинамикаһының бассейнындағы һыуҙың үҙгәреүсе массаһы моделен һәм күп процессорлы иҫәпләү системаһында уны һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу юлдарын уйлап табыла.

Каспий диңгеҙенең ағымын булдырыуҙа елдәрҙең, йылға аҡмарының һәм диңгеҙ төбөнөң топографияһы, Каспий диңгеҙе һыу кимәленең һәм әйләнешенең йыл эсендәге үҙгәрештәргә ярашлылығы тикшерелде. Көнсығыш яр эргәһендәге ағымдың ике ҡатлылығы тәүге тапҡыр билдәләнә һәм был районда күҙәтелгән өҫкө температураның таралышына ҡарата яңы интерпретация тәҡдим ителә.

Һыу ҡалҡыу тәьҫире аҫтында төптөң ҡатмарлы топографияһы булған бароклинлы океандағы һыуҙың 3 үлсәмле әйләнешен тикшерелә. Бароклинлы өҫкө ағымындың барлыҡҡа килеүе океандың тәрәндәге ағымы топографик ерлектән энергия каскады һөҙөмтәһенең механизмы билдәләнә.

50 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән, 1 монография авторы.

ИВМ РФА Ғилми советы ағзаһы, фән докторы ғилми дәрәжәһен яҡлау буйынса Диссертация советы ағзаһы.

  • Халыҡ-ара ғилми фондының гранты (1993)
  • Дәүләт ғилми стипендияһы (2000—2003)
  • Ватан фәненә ярҙам итеү фонды лауреаты (2003—2004)
  • Рәсәй Фәндәр Академияһының Почёт грамотаһы (2005)
  • Ибраев Рашит Ахметзиевич. inm.ras.ru.Проверено 29 августа 2017.
  • Диссертация на тему «Математическое моделирование термогидродинамики Каспийского моря» автореферат по специальности ВАК 25.00.29 — Физика атмосферы и гидросферы. dissercat.com.Проверено 29 августа 2017.