Эстәлеккә күсергә

Иван Зворыкин йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Иван Зворыкин йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Пушкин урамы , 89/57
Проект авторы В. В. Попов
Төҙөлгән ваҡыты 1914
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы

1914

 Иван Зворыкин йорто ( Заславская йорто) — Дондағы Ростов ҡалаһының Пушкин урамы  һәм  Семашко тыҡрығы киҫешкән ерҙә урынлашҡан йорт. Архитектор Василий Попов проекты буйынса 1914 йылда төҙөлә.[1]. Революцияға тиклем йортта Ростов ҡала башлығы генерал-майор Иван Николаевич Зворыкин йәшәгән[2]. 1923-1926 йылда йортта совет драматургы В. М. Крон йәшәй[3]. Йорт төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[4].

Йорт 1914 йылда  архитектор Василий Попов проекты буйынса төҙөлә. Йортта Дондағы Ростов ҡала башлығы башлығы Иван Николаевич Зворыкиндың фатиры булған. Совет власы урынлашҡас, йорт хөкүмәткә алына. Унда һәр төрлө конрорҙар, учреждениелар, торлаҡ фатирҙар һәм совет партия мәктәбенең дөйөм ятағы булған. Йорттоң тәүге биҙәлеше  (декоры)  өлөшләтә юҡҡа сыҡҡан.

1923 - 1926 йылдарҙа йортта  совет драматургы В. М. Киршон йәшәй. Уның коммуналь фатирының  номеры  10, уның тәҙрәләре ишек алдына сығып торған. Яҙыусының ҡатыны  Рита Корн-Киршон: "Был ҙур булмаған таҙа бүлмәлә яҙыу өҫтәле, ике ултырғыс,карауат тора . Өҫтәл өҫтөндә тау тиклем китаптар һәм яңы журналдар ята" ,-тип иҫләй[5].

2000-се йылдарҙа йорттоң икенсе ҡатын Ростов өлкәһе губернаторы Владимир Чуб биләй.  Ул унда  ғаиләһе менән йәшәгән[6]. Йортты яңыртып төҙөйҙәр һәм унда яңы итальян лифтын ҡуялар.

Өс ҡатлы йорт  Пушкин урам менән  Семашко тыҡрығы киҫешкән мөйөштә  фасадтары  менән ҡарап торалар. Йорт  модерн стилендә готика элементтары ҡулланып төҙөлгән. Бина фасадының  берҙәм архитектура-сәнғәт йөҙөн тәҙрәләренең формаһы , эрекрҙар билдәләй.Цоколь ҡаты рустовкаланған. Готика элементтары булып дүрт сирекле колонналы фриздар, түбәнге ҡаттың тәҙрәләренең өҫтө кокошниктар формалы булыуы тора. Йорттоң фасады уҡ һымаҡ ослайып торған аттиктар менән биҙәлгән. Ҡунаҡ күтәрмәһе ишегенең дә формаһы уҡ һымаҡ осло. Йорттоң мөйөштәре алты мөйөшлө эркерҙар менән сикләнеп тора. Йорттоң икенсе ҡатында балкон һәм көмбәҙле манара  бар. Башта  парапет манара парапетында рыцарҙар һыны торған (1960-сы йылдарҙа улар алып ташланған).

Иван Зворыкин йорто  ҡатмарлы конфигурациялы.Ул  ике айырым секцияға бүленгән. Һәр бер секцияһында айырым  ишек: Пушкин урамынан һәм  Семашко тыҡрығынан.. Һәр секцияла ике маршлы баҫҡыс һәм лифт бар. Баҫҡыс янындағы холлда фатирҙар урынлашҡан .

Мемориаль таҡталар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1962 йылда йорт фасадына был йортта 1923-1926 йылдарҙа билдәле совет драматургы Владимир Михайлович Киршон йәшәгән тигән мемориаль таҡта асыла:

Икенсе мемориаль таҡта 1997 йылда был бинала 1932-1964 йылдарҙа  фольклор йыйыусы Федор Викторович Тумилевич  йәшәгән тип яҙылған. 

  1. Волошинова Л. Ф. Пушкинская улица. — Ростов-на-Дону: «Донской издательский дом», 2000. — С. 57—64. — (Серия "Судьбы улиц, площадей, зодчих"). — ISBN 5-87688-250-X.
  2. Мария Бондаренко. Жив еще Ростов купеческий. Независимая газета (21 апрель 2008). Дата обращения: 18 октябрь 2013.
  3. Шулепова Э. А. Дом, в котором с 1923 по 1926 г. жил и работал драматург В. М. Киршон // Материалы свода памятников истории и культуры РСФСР. Ростовская область.. — М.: Изд-во НИИ культуры, 1990.
  4. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 18 октябрь 2013.
  5. В три уровня. — газета «Первое сентября», 2001. — № 77.
  6. Избушка для губернатора. газета «Южный репортёр». Дата обращения: 18 октябрь 2013. 2013 йыл 19 октябрь архивланған.