Эстәлеккә күсергә

Ижтимағи һәм экологик эштәр институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ижтимағи һәм экологик эштәр институты
Тип

Коммерцияға ҡарамаған ойошма

Барлыҡҡа килеү йылы

2006

Нигеҙ һалыусылар

Ма Цзюнь

Урынлашҡан урыны

Пекин, Ҡытай

Эшмәкәрлек сфераһы

тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, социаль эшҡыуарлыҡ

Слоган

Lifting the veil on pollution

Веб-сайт

ipe.org.cn/En/default.aspx

Ижтимағи һәм экологик эштәр институты (Institute of Public and Environmental Affairs йәки IPE) — Ҡытайҙың коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, 2006 йылдың майында ойошторолған, Пекинда урынлашҡан. IPE корпорациялар һәм уларҙың субподрядсылары эшмәкәрлегенең экологик һөҙөмтәлелеген контролдә тотоу маҡсатында тирә-яҡ мөхитте бысратыу осраҡтары буйынса бойондороҡһоҙ мәғлүмәттәр базаһын туплай. IPE маҡсаты — экологик мәғлүмәттәрҙе киң билдәле итеү, ә был йәмәғәтселеккә тирә-яҡ мөхитте бысратыуҙың хәүефлелеген аңларға һәм шуның аша дәүләттең һәм шәхси секторҙың экологияға идара итеүенә йоғонто яһарға мөмкинлек бирәсәк.

Ижтимағи һәм экологик эштәр институты «йәшел» логистика системаһын алға һөрөүсе Бөтә Ҡытай коммерцияға ҡарамаған ойошмалар берләшмәһе ағзаһы булып тора һәм эре корпорацияларҙы (шул иҫәптән Apple, Hewlett-Packard, General Electric, Wal-Mart Stores, Coca-Cola, Unilever, Nike, H&M һәм Gap кеүектәрҙе) тик экологик яуаплы предприятиелар менән генә эш итергә саҡыра. Институттың Green Choice Alliance программаһы сәнәғәт предприятиеларының экологик һөҙөмтәлелеген баһалай һәм ҡулланыусыларҙы һәм эре брендтарҙы «йәшеллеккә» өҫтөнлөк бирергә саҡыра. Халыҡ-ара компаниялар тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоуҙа ғәйепләнгән предприятиелар исемлеге менән таныша һәм уларҙы өҫтәмә бойондороҡһоҙ аудитҡа тарттыра ала.

Институттың Corporate Information Transparency Index’ы трансмилли брендтарҙы уларҙың тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһона ҡарап баһалай. Институттың Pollution Information Transparency Index’ы Ҡытайҙың йөҙҙән ашыу ҡалаһын уларҙың экологик мәғлүмәттәрҙе асыуына ҡарап баһалай. Green Choice Alliance аша институт һәм уның күп һанлы партнёрҙары фабрикаларға баҫым яһай һәм экологик енәйәттәргә юл ҡуйыу осраҡтарын йәмәғәтселеккә хәбәр итә. Институттың күптән түгел эшләтеп ебәргән мобиль ҡушымтаһы файҙаланыусыларға улар торған ерҙәге һауаның сифатын һәм эргәләрендәге бысратыусы компаниялар менән заводтарҙы күрһәтә[1][2][3][4].

Alibaba Foundation (Ҡытайҙың интернет-гиганты [ Alibaba Group] фонды) Йәмәғәт һәм экологик эштәр институтының иң ҙур инвесторҙарының береһе булып тора[5].

1999 йылда Ҡытай журналисы һәм сәйәхәтсеһе Ма Цзюнь «Ҡытайҙың һыу кризисы» тигән китап нәшер итә, ул илдең экологик хәле тураһындағы тәүге етди баҫма була (уны йыш ҡына Рэйчел Карсондың "Өнһөҙ яҙ"ы менән сағыштыралар). Китабында Цзюнь тирә-яҡты һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтенең һөҙөмтәһеҙлеген күрһәтә, таҙартыу ҡоролмалары төҙөү урынына штраф түләүҙе өҫтөн күргән компанияларҙың эш-ғәмәлдәрен һүрәтләй. 2006 йылда IPE’ны нигеҙләгән Ма Цзюнь ябай кешеләргә, хөкүмәт мәғлүмәттәрен ҡулланып, үҙҙәренең эргәһендәге тупраҡ, һауа, һыу тураһында мәғлүмәт алырға мөмкинлек биргән платформа эшләй. Һөҙөмтәлә йәмәғәтселектең экологик мониторингта ҡатнашыуы һиҙелерлек артып, 2 меңләгән предприятиены солғай.

Институт ирекмәндәр ярҙамында тирә-яҡ мөхит, айырыуса һыу һәм һауа сифаты тураһында мәғлүмәт йыя һәм анализлай, бөтөн Ҡытай буйынса экологияға зыян килтереү осраҡтары тураһында отчеттар баҫа башлай. IPE мәғлүмәттәр менән һәр кем таныша алһын өсөн уларҙы ябай итеп төҙөй һәм тарата, һөҙөмтәлә матбуғат, инвесторҙар һәм граждандар продукция етештереүселәрҙе, трансмилли корпорацияларҙы һәм урындағы власть органдарын экологик яуаплылыҡ йәһәтенән баһалай ала. 2015 йыл башына институт үҙе төҙөгән бысратыусылар картаһына 15 мең компанияны индерә. Уларҙың 1,4 меңе бысратыуҙарҙы кәметеү өсөн саралар күрә башларға мәжбүр була (институт уларҙың 500-ө менән яҡындан тороп эшләй). Green Choices Alliance 150 халыҡ-ара компанияға эшмәкәрлеге системаларында экологик һөҙөмтәлелекте күтәрергә ярҙам итә. 50 мең файҙаланыусы институттың мобиль ҡушымтаһын ҡуллана[1][6][7].

2015 йылда Ижтимағи һәм экологик эштәр институты социаль эшҡыуарлыҡ өсөн Сколл фондынан премия ала[8].

  1. 1,0 1,1 Ma Jun (ингл.). Skoll Foundation. Дата обращения: 14 май 2015.
  2. Institute of Public and Environmental Affairs (ингл.). Rockefeller Brothers Fund. Дата обращения: 14 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
  3. Institute of Public & Environmental Affairs (IPE) (ингл.). LGT Venture Philanthropy. Дата обращения: 14 май 2015. 2015 йыл 4 июль архивланған.
  4. Ma Jun (ингл.). Fast Company & Inc. Дата обращения: 14 май 2015.
  5. Ma Jun: China has reached its environmental tipping point (ингл.). The Guardian. Дата обращения: 27 май 2015.
  6. Ma Jun (ингл.). Yale World Fellows. Дата обращения: 14 май 2015.
  7. Ma Jun (ингл.). Woodrow Wilson International Center for Scholars. Дата обращения: 14 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
  8. 2015 Skoll Awardees (ингл.). Skoll Foundation. Дата обращения: 14 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.