Эстәлеккә күсергә

Изге Алексей костёлы (Жмеринка)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Изге Алексей костёлы
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Жмеринка
Мираҫ статусы памятник архитектуры местного значения[d]
Map
 Изге Алексей костёлы (Жмеринка) Викимилектә

Изге Алексей костёлы (укр. Костел Святого Олексія) — Винница өлкәһе Жмеринка ҡалаһында урынлашҡан сиркәү. Украина Рим-католик сиркәүенең берҙән-бер ғибәҙәтханаһы. Жмеринкалағы Изге Алексей мәхәлләһенә ҡарай. Йәкшәмбе көнө сәғәт 8:00, 12:00 ғибәҙәттәр үткәрелә (7.05.2016 йылда яңыртылды.). Мәхәллә телефоны +380433222823. Өлкән священник — Виталий.

Жмеринка католик общинаһы ҡаланың барлыҡҡа килеүенән алып ғәмәлдә була. 1890 йылдан алып мәхәллә халҡы бер нисә тапҡыр Каменец-Подольскиҙағы генерал-губернаторға ҡалала сиркәү төҙөү буйынса мөрәжәғәт итәләр, әммә уларҙың үтенесе һәр саҡ кире ҡағыла.

Костёл интерьеры

1904 йылда Жмеринканан ике кеше, Садовский һәм Михальский, Санкт-Петербургка Император Николай II мөрәжәғәтнамә менән баралар. 3 ай көткәндән һуң ғына уларҙы батша ҡабул итә. Тап ошо ваҡытта Императорҙың улы Алексей тыуа, бала ауырыу булып тыуа.. Садовский һәм Михальский ошондай тәҡдим яһайҙар: әгәр ғибәҙәттхана төҙөлһә, уға Изге Алексей исеме биреләсәк һәм көн һайын цесаревич Алексейҙың һаулығына ғибәҙәт ҡылынасаҡ. Император үҙ ризалығын бирә[1].

1904 йылдан алып 1910 йылға тиклем сиркәү төҙөлә (тағы ла ике йыл дауамында ҡайһы бер эштәр алып барыла). Сиркәүҙе Каменец-Подольск епископы изгеләндерә. 1912—1926 йылдарҙа мәхәлләлә 2500 диндар иҫәпләнә. 1928 йылдан алып 1931 йылға тиклем сиркәүҙең өлкән священнигы Садовский була, ул 1937 йылда НКВД тарафынан атып үлтерелә[1].

1936 — 1941 йылдарҙа сиркәүҙә ғибәҙәттәр ҡылынмай. Литургия кейемдәрен һәм бөтә ғибәҙәт әйберҙәрен сиркәү ҡабаттан асылғанға тиклем диндарҙар йәшереп тоталар. Сиркәүҙең дини символдары күренеп тормаһын өсөн властар уның бейек тәреле готик манараһын алып ташларға ҡушалар. Шаһиттар хәтерләүенсә, манараны ҡолатҡан саҡта ете кеше һәләк була.

Ҡала башҡарма комитеты ҡарары буйынса сиркәүҙә электр станцияһын асырға уйлайҙар, әммә был ҡарар тормошҡа ашмай, сөнки компрессорҙарҙың эше арҡаһында бинаның бер яғы сатнай. Ҡала архитекторы ниндәй булһа ла эштәрҙе туҡтатырға тәҡдим итә. Электр станцияһы урынына аҙыҡ-түлек келәте ойошторола[1].

Мәхәллә был осорҙа йәшерен рәүештә бер диндарҙың йортонда йыйыла. Ғибәҙәтте Германиянан бер священник үткәрә.

1941 йылда, ҡала оккупацияланған осорҙа, Окуневская һәм Бенектида Мария диндарҙар йыйылышын үткәрәләр, румын властарына костелды асыу буйынса мөрәжәғәт итергә ҡарар ителә. 1941 йылдың сентябренән сиркәү асыла, диндарҙар көсө менән ремонт эшләнә.

1950—1952 йылдарҙа сиркәү ябыҡ тора.

1952 йылдан алып 1970-се йылдарға тиклем костелда төрлө өлкән священниктар хеҙмәт итә: Ольшевский, Вильк, Дажицький. 1972 йылдан алып өлкән священник итеп Одесса епископы Бронислав Бернацкий тәғәйенләнә, ул территорияны йыһазландыра, сиркәүҙе реставрациялай. 1995 йылдан алып өлкән священник — Францис[2] Погребной.

  • YouTube сайтында Видео Зима. Костёл Святого Алексея. Эпизод 4. Город Жмеринка