Эстәлеккә күсергә

Изге Апостол Андрей Первозванный ғибәҙәтханаһы (Сочи)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Изге Апостол Андрей Первозванный ғибәҙәтханаһы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Андрей Первозванный[d]
Дәүләт  Рәсәй
Карта

Изге апостол Андрей Первозванный ғибәҙәтханаһы — Рәсәйҙең Краснодар крайы Сочи ҡалаһы Үҙәк районындағы Заречный биҫтәһендәге православие сиркәүе.[1]

Ғибәҙәтхана Христос Раштыуаһының 2000 йыллығы хөрмәтенә Кубань казактары тарафынан төҙөлә. Ҡорамға нигеҙ 1999 йылдың 13 декабрендә һалына. Ғибәҙәтхана бетон фундаменттың өҫтөндә ағастан төҙөлгән. Ҡорамдың сатырлы саң манараһы 2006 йылда төҙөлөп бөткән.

Төп ғибәҙәтхана янында Тәҡүә (Блаженная) Матрона ҡорамы төҙөлгән. Ғибәҙәтхана янында йәкшәмбе мәктәбе эшләй.

  • 2007 йылда «Ласковый май» попса төркөмөнөң экс-солисы Юра Шатунов һәм уның ҡатыны Светлананың улы суҡындырыла. Суҡындырыусы ата — Шатуновтың шул уҡ «Ласковый май» төркөмөндәге хеҙмәттәше Андрей Разин. Суҡындырыусы әсә — Светлана Шатунованың өлкән апаһы Галина. Суҡындырыу ваҡытында балаға Дионисий исеме бирелә.
  • Ғибәҙәтхананың 10 йыллығына 2009 йылда билдәле дин әһеле протодиакон Андрей Кураев килгән.