Эстәлеккә күсергә

Изге Илья мәхәлләһенең Изге Троица ғибәҙәтханаһы (Волгодонск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Изге Илья мәхәлләһенең Изге Троица ғибәҙәтханаһы
Нигеҙләү датаһы 2011
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Волгодонск
Епархия Волгодонск епархияһы
Рәсми сайт hram-vd.cerkov.ru
Карта
 Изге Илья мәхәлләһенең Изге Троица ғибәҙәтханаһы (Волгодонск) Викимилектә

Изге Илья мәхәлләһенең Изге Троица ғибәҙәтханаһыРостов өлкәһенең Волгодонск, ҡалаһында православие ҡорамы. Волгодонск һәм Сальск епархияһына ҡарай.

Тарихы һәм тасуирламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Изге Троица храмы архитектура ансамблен тәшкил итә, ул Изге Илья территорияһында урынлашҡан. Төҙөлөш 2008 йылда башланған.

2009 йылдың 7 авгусында ғибәҙәтхана нигеҙенә вариҫтарға хат һәм бағымсыларҙың исеме менән капсула һалына

2010 йылда ғибәҙәтхананың үҙәк алтары диуарына Пресвятая Троицаның мозаикалы биҙәге һалына.

2011 йылдың 4 ноябрендә Божья Матерь Ҡазан иконаһы көнөн байрам иткәндә утыҙ метрлыҡ бейеклеккә төҙөлөп ятҡан Изге Троица ғибәҙәтханаһының көмбәҙе һәм тәреһе ҡуйыла һәм изгеләндерелә.

Әлеге көндә ҡорам мөһабәт аҡ сиркәү булып тора. Ул боронғо рус ҡорам төҙөлөшө элементтары менән яңы византия стилендә төҙөлгән. Ҡорамды семәрле тәреләр менән шәмдәлдәр формаһындағы туғыҙ көмбәҙ ослай. Ғибәҙәтхананың иң юғары нөктәһен, манаралағы көмбәҙен сусаль алтын менән ҡапланған тәре биҙәй[1].

  • Пресвятая Богородицаның мөғжизәле «Всецарица» образы Грецияла Изге Афон Тауында һаҡлана.
  • Сергия Радонежский мәйетенең өлөштәре менән икона.
  • Матрона Московская мәйетенең киҫәксәһе менән икона.
  • Иззгенең тапочкаһы ятҡан кәшәнәһе менән Изгеләндереүсе Спиридон Тримифунтский Святитель иконаһы
  • Изгеләндереүсе Лука һәм Ҡырым архиепискобы мәйеттәренең киҫәксәләре менән икона
  • Никахҡа инеүселәрҙең ҡурсалаусыһы тип һаналған кенәз Петр һәм княгиня Феврония мәйеттәренең киҫәксәһе менән икона[2].
  1. Свято-Троицкий храм Свято-Ильинского прихода. volgodonskgorod.ru. Дата обращения: 27 февраль 2017. 2017 йыл 23 август архивланған.
  2. О храме | Приход храма пророка Илии. hram-vd.cerkov.ru. Дата обращения: 27 февраль 2017.