Эстәлеккә күсергә

Изге Иоанн сиркәүе (Изерлон)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Изге Иоанн сиркәүе
нем. Johanneskirche
Нигеҙләү датаһы 1959
Рәсем
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Изерлон
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Тимербетон
Архитектура стиле архитектурный модернизм[d]
Мираҫ статусы мәҙәниәт ҡомартҡыһы[d]
Адрес Berliner Platz 10, 58638 Iserlohn[1]
Карта
 Изге Иоанн сиркәүе (Изерлон) Викимилектә

Изге Иоанн сиркәүе (нем. Johanneskirche) — Изерлон ҡалаһының Нусберг (нем. Nußberg) районында инжил сиркәүе; бина 1959 йылда һалынған, ә 2017 йылда сиркәү ҡала ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән.

Тарихы һәм тасуирламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Изге Иоанн сиркәүе Нусберг районында Изерлон ҡалаһынан архитектор Эрнст Доссман (нем. Ernst Dossmann, 1926 й. тыуған) проекты буйынса төҙөлгән: 1959 йылдың 26 сентябрендә уға нигеҙ һалына, ә 1960 йылдың 6 ноябрендә изгеләндерелә. Ғибәҙәтхананың төп бинаһы кирбес һалынған тәре образлы тимер-бетон конструкциянан ғибәрәт; ҡабырға яҡтарында тәҙрә уйымдары юҡ. Бинаның төп залы аҫтында подвал урынлашҡан, ул бер нисә бүлмәгә бүленгән, ғибәҙәтхананың көнбайыш яғында баҫҡыс 40 метр бейеклектәге манараға алып бара. Манарала «Petit & Gebr. Edelbrock» оҫтаханаһында ҡойолған өс бронза ҡыңғырау урынлашҡан. Бинаның көнбайыш фронтоны Шверте ҡалаһынан Эдита Пруц-Гют (нем. Edith Prutz-Güth, 1928—2008) авторлығы аҫтында сграффито менән биҙәлгән: биҙәк символик Иоанн Креститель һәм Иоанн Евангелист һүрәттәренән тора. Неф өлөшө өҫтөндә , ҡыйыҡта, ҡояш батареялары ҡуйылған.

Ҙур хор һәм яҡшы яҡшы акустика менән айырылып торған сиркәү бинаһы[2], 450 кешене һыйҙыра һәм йыһаздарға бай түгел. Интерьерға йылы төҫмөрҙәр биреү өсөн сиркәү эскәмйәләре, алтарь һәм кафедра ҡыҙыл ағастан эшләнгән (секвойянан). Отто Пауль (нем.Ott Paul, 1903—1991) проекты буйынса эшләнгән орган төп үтеү юлынан уң яҡта урынлашҡан һәм 10 миллиметрҙан алып 2,70 метрға тиклем диаметрҙа 1250 торбаға эйә. 2017 йылда сиркәү Изерлон ҡалаһының архитектура ҡомартҡылары исемлегенә индерелә.

  • Церковь Святого Иоанна в районе Хеннен
  • Rubrik Baugeschichte: Denkmalplakette für die Johanneskirche Abgerufen, IKZ-online.de, 12. Oktober 2017.
  • Götz Bettge: Iserlohn-Lexikon. Hrsg.: Stadt Iserlohn. 1. Auflage. Hans-Herbert Mönnig Verlag, Iserlohn 1987, ISBN 3-922885-37-3, S. 133—134.
  • Karl-Heinz Ohly: Schätze Iserlohner Kirchen. 1. Auflage. Hans-Herbert Mönnig, Iserlohn 1995, ISBN 3-922885-80-2, S. 46-48.
  • Ulrich Barth, Elmar Hartmann, August Kracht. Kunst- und Geschichtsdenkmäler im Märkischen Kreis : Beschreibungen und Bilder. — 3., überarb. und erg. Aufl. — [Altena]: Heimatbund Märkischer Kreis, 1993. — S. 286—287. — 1078 S. — ISBN 3890530001.
  1. https://www.iserlohn.de/index.php?id=30
  2. Schmalor, Hubert. Duke Ellingtons freiheits- und friedensstiftende Absicht  (нем.), Iserlohner Kreisanzeiger und Zeitung / IKZ (20. November 2018). 3 декабрь 2018 тикшерелгән.