Эстәлеккә күсергә

Изге Лаврентий и Елизавета соборы (Роттердам)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Изге Лаврентий и Елизавета соборы
Нигеҙләү датаһы 1904
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Елизавета Венгерская[d] һәм Святой Лаврентий[d]
Дәүләт  Нидерланд
Административ-территориаль берәмек Роттердам[d]
Урынлашҡан урамы Mathenesserlaan[d]
Урын Роттердам
Епархия Епархия Роттердама[d]
Христианский литургический обряд латинский обряд[d]
Архитектор Piet Buskens[d]
Архитектура стиле неороманский стиль[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия Нидерландов[d][1]
Адрес Mathenesserlaan 305
Почта индексы 3021 HK һәм 3021 XE
Рәсми сайт kathedraalrotterdam.nl
Карта
 Изге Лаврентий и Елизавета соборы (Роттердам) Викимилектә

Изге Лаврентий һәм Елизавета соборы (нидерл. Laurentius-Elisabethkathedraal en) – Нидерландтың Роттердам ҡалаһында урынлашҡан католик сиркәү. Изге Лаврентий һәм Елизавета соборы Роттердам епархияһының кафедраль соборы.

Изге Лаврентий һәм Елизавета соборы псевдороман стилендә 1904 йылда төҙөлә башлай. Планында собор латин тәреһенән ғибәрәт. Тыш яҡтан ул урта быуат замогына оҡшаған, сөнки Тюрингиялағы (Германия) Вартбург замогы өлгөһөндә төҙөлгән. Ул замокта күпмелер ваҡыт принцесса Елизавета Венгерская йәшәгән. Сиркәү архитектор Бускенс проекты буйынса ике этапта төҙөлә. 1906 йылдан алып 1908 йылға төҙөлөштөң беренсе этабында ҡорамдың фасады, нефы, хоры төҙөлә. 1908 йылдың 1 майында ҡорам изге Елизавета Венгерская хөрмәтенә изгеләндерелә һәм сиркәү мәхәлләһе кеүек ҡулланыла башлай. Беренсе донъя һуғышы ғибәҙәтхана төҙөүҙе кисектерә. 1920 йылдан алып 1922 йылға тиклем икенсе этабында өҫтәп ике башня төҙөлә. Төп фасадын өс таш тәре биҙәй, инеү урыны өҫтөндә изгеЕлизавета һүрәтенең рельефы урынлашҡан.

1944 йылда һауа һөжүме ваҡытында ҡабырға нефы зыян күрә, уны һуғыштан һуң йүнәтәләр

1955 йылдың июлендә Роттердамдың төп епархияһы ойошторола. 1956 йылда ғибәҙәтхана Роттердам епархияһының кафедраль соборы була. Уға Роттердамды ҡурсалаусы изге Лаврентий исемен өҫтәйҙәр.

  1. Нидерландский реестр памятников