Вартбург замогы
Вартбург замогы | |
нем. Wartburg | |
Нигеҙләү датаһы | 1067 |
---|---|
Тау һырты | Тюрингенский Лес[d] |
Нигеҙләүсе | Людвиг Скакун[d] |
Дәүләт | Германия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Айзенах[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 393 метр |
Хужаһы | Тюрингия |
Архитектура стиле | роман архитектураһы[d] |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы[2] |
Адрес | Auf der Wartburg 1, 99817 Eisenach |
Рәсми сайт | wartburg.de/de/ |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (iii)[d][3] һәм (vi)[d][3] |
Был объекттан күренештәр категорияһы | Category:Views from Wartburg Castle[d] |
Вартбург замогы Викимилектә |
Вартбург замогы (нем.Wartburg) — Тюрингиялағы замок, Айзенах ҡалаһы янында Тюрингия Урманының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, диңгеҙ кимәленән 441 м бейеклектә урынлашҡан. Германияның тарихи-мәҙәни мираҫы ҡомартҡыһы. Сиркәүҙә 1521 йылдың 4 майынан алып 1522 йылдың 6 мартына тиклем сиркәү реформаторы Мартин Лютер эҙәрлекләүҙән йәшеренеп ятҡан. Бында ул немец теленә Яңы Ғәһедте тәржемә иткән, ул Лютер Тәүраты булараҡ билдәле. 1999 йылда һарай ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә.
Замок тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вартбург замогы арҙаҡлы дворяндар нәҫеле Людовингтарға ҡарай. Нәҫелгә нигеҙ һалған Һаҡаллы Людвиг (1056 йылда вафат булған) билдәһеҙ тиерлек граф фон Ринек (von Rieneck) фамилияһына ҡараған. Уны Майнц архиепискобы ҡурсалаған.
Уның улы (йәки ейәне) Йылғыр Людвиг йәки Йүгерек Людвиг (1123 йылда вафат булған) 1073 йылда Вартбург тауында үҙенең ырыу йортон һала[4]. Беренсе тапҡыр замок 1080 йылда, һарайҙың хәрби отряды король Генрих IV хәрби отрядына һөжүм яһаған саҡта телгә алына. 1113 йылда Йылғыр Людвиг Генрих V ҡаршы уңышһыҙ ихтилалда ҡатнашып, һарайҙы үҙ азатлығына алмаштырыу өсөн уны тапшырырға мәжбүр була. Был һарайҙың шул ваҡытта хәрби әһәмиәте тураһында һөйләй.
Майнц арихиепискобы яҡлы Людовингтар тиҙ арала танылыу ала һәм власҡа өлгәшә. 1131 йылда Людвиг улы Йылғыр Людвиг король Лотарь Өсөнсөнән (Изге Рим империяһы императоры) ландграф титулын ала һәм герцогтарға тиң була. Был ваҡытта замок ағастан булған, һәм ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул ваҡыттағы замоктан бер нәмә лә һаҡланмай.
Замоктың байтаҡ үҙгәртеп ҡороуын ландграф Людвиг II (1140—1172) уҙғара. Уның етәкселегендә 1156—1162 йылдарҙа замокта һарай төҙөлә, ул юғары мәҙәни-тарихи ҡиммәтҡә эйә була. Замоктың шулай уҡ көнсығыш стенаһы XII быуаттарға ҡарай.
Һуңғы Людовинг Генрих 1227 йылдан 1247 йылға тиклем хакимлыҡ иткән. Вартбург замогы уның даими һәи төп резиденцияһы булған. Генрихтың вафатынан һуң 1247 йылда мираҫ өсөн талаштарҙан һуң замок һөҙөмтәлә Веттиндарға күсә. Һуңыраҡ Тюрингия маркграф Майсенскийҙарға китә, Вартбург уларҙың резиденцияһы була.
1318 йылда замок йәшендән барлыҡҡа килгән көслө янғындан зыян күрә. 1319 йылда замок тергеҙелә башлай. Был ваҡытта яғып йылытыла торған ҙур ҡоролма һәм замоктың көньяҡ башняһы төҙөлә
XV быуатта замок элекке бөйөклөгөн һәм әһәмиәтен юғалта. Был архитектура ҡиәфәтендә лә сағыла, унда таш бина төҙөлөштәре урынына осһоҙ төҙөлөштәр — [./https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%A4%D0%B0%D1%85%D0%B2%D0%B5%D1%80%D0%BA фахверктар] барлыҡҡа килә.
XIX быуатта Вартбург байтаҡ архитектура үҙгәрештәре кисерә. 1950 йылдарҙан башлап замокта етди тергеҙеү эштәре алып барыла.
Мәҙәни әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Людовингтар нәҫеленән ландграф Германн Тюрингский I (1190—1216) идара итеү ваҡытында Вартбург немец шиғри ижады үҙәктәренең береһе булған. Вартбург замогында хәҙер легендар булған ваҡиғалар үткән. Улар араһында иң билдәлеһе — «Вартбургта йырсылар бәйгеһе» (нем.Sängerkrieg, шулай уҡ «Вартбург һуғышы» булараҡ билдәле[5]
Вартбург немец тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. 1221 йылдан алып 1227 йылға тиклем бында изге Елизавета Тюрингскя йәшәгән. 1521 йылдың 4 майынан алып 1522 йылдың 6 мартына тиклем һарайҙа «Юнкер Георг» исеме аҫтында реформатор Мартин Лютер йәшеренеп ятҡан. Бында ул немец теленә Яңы Ғәһедте тәржемә иткән. Замокта бер нисә тапҡыр Гете булып киткән, беренсе тапҡыр 1777 йылда булған. 1817 йылдың 18 октябрендә Вартбург һарайында немец студенттары йәмғиәте съезы булып үтә[6]. Икенсе Вартбург байрамы революцион 1848 йылда үтә.
Һарайҙа Мориц фон Швинд эшләгән фрескалар бар: йырсылар залында «Йырсылар бәйгеһе» фрескаһы һәм Елизавета галереяһында 7 фреска
XIX быуаттан Вартбург замогы немецтарҙың милли ҡомартҡыһы була.
Бина
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ https://www.unesco.de/kultur-und-natur/welterbe/welterbe-deutschland/wartburg
- ↑ 3,0 3,1 http://whc.unesco.org/en/list/897
- ↑ Вартбург // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Вартбургская война // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Вартбургский праздник // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вартбург замогы Викимилектә |