Изге Мәрйәм Инә Бөркәнсеге (Покров) сиркәүе (Мешков)
Православие ғибәҙәтханаһы | |
Изге Мәрйәм инә Бөркәнсеге (Покров) сиркәүе
| |
Ростов өлкәһе Покров сиркәүе, Мешков станицаһы.jpg Ғибәҙәтхана һуғышҡа тиклем | |
Ил | Рәсәй |
Станица | Мешковская, Верхнедонской районы, Ростов өлкәһе |
Конфессия | Православие |
Архитектура стиле | Эклектика |
Төҙөлөшө | ???—1857 йылдар |
Бөгөнгө хәле | емерелгән |
Изге Мәрйәм Инә Бөркәнсеге (Покров) сиркәүе, (Изге-Покров сиркәүе) — Ростов өлкәһе Раздор станицаһының Мешков утарындағы элекке православие сиркәүе[1].
История
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дон дини консисторияһында Мешков утарында сиркәү төҙөү менән бәйле документтар бар. Улар тап ошо утарҙа сиркәү төҙөү кәрәклеген нигеҙләүҙәр. Был сиркәү мәхәлләһенә тағы ла яҡын -тирәләге Мигулин, Позняков, Павлов, Верников, Назаров, Попов , Еловат ,Калмыков , Скильнов , Ежов , Колодезный , Сетраков , Альховский һәм Вежин утарҙары кешеләре лә беркетелгән булған.
Мешков утарында Покров сиркәүе 1857 йылда[2] төҙөлгән. Уның бинаһы, ҡыңғырауҙар манараһы ағастан булған, баштары тимер менән ябылған, территорияһы таш ҡойма менән уратылған. Сиркәүҙә ике тәхет: төп тәхет Изге Мәрйәм Инә Покровына , ә төкәтмәһендә Николай Чудотворец хөрмәтенә бағышланған. 1890 йылдың 1 октябрендә сиркәүҙә белем биреү мәктәбе асылған. 1897 йылдың 15 сентябрендә мәктәп ҡатын-ҡыҙҙар сиркәү-мәхәллә мәктәбенә әүерелгән. Мәктәп сиркәү аҡсаһына тәьмин ителгән. XX быуат башында сиркәү янған һәм уның урынында бәләкәй ҡыңғырау манаралы табыныу ағас йорто һалынған. 1904 йылда Мешков станицаһында өс тәхетле ҙур Изге Покров сиркәүе таштан төҙөлгән.
СССР-ҙа коллективлаштырыу башланғанға тиклем сиркәү станица һәм уның яҡын-тирәһендәге утар халыҡтарының дини ихтяждарын ҡәнәғәтләндереп килгән, сиркәүҙә даими рәүештә ғибәҙәт ҡылғандар. Һуңыраҡ сиркәү бинаһын талағандар һәм бинаны складҡа әйләндергәндәр. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында сиркәү эшен яңынан башлаған, ә 1955 йылда йорт урындағы хакимиәт күрһәтмәһе буйынса һүтелгән[3].
1981 йылда Мешков станицаһында йәшәүселәр теләге менән ауылда ғибәҙәтхана иҫтәлегенә элекке сиркәү миһрабы урынында сиркәү төшөрөлгән таҡтаташлы Иҫтәлек тәреһен ҡуйғандар. Тәре 2001 йылда эшләнгән һәм элек сиркәү торған урынға баҫтырылған .Иҫтәлек тәреһе Вешенская станицаһы руханийы — отец Владимир (Поляков), Чертковский ҡасабаһындағы Изге Покров сиркәү хужаһы — отец Роман (Власенко) һәм Изге Покров мәхәлләһе хужаһы — отец Константин (Кудинов) тарафынан изгеләндерелгән. Хәҙерге ваҡытта Бөйөк сиркәү байрамдарында православныйҙар Иҫтәлекле тәре торған ергә тейешле йола тәртибенә ярашлы Тәре йөрөштәрен ойошторалар.
Хәҙерге ваҡытта станицала Вешенский мәнфәғәтенең Изге Покров сиркәү мәхәлләһе эшләй[4], уның хужаһы —протоиерей Владимир Лавлинский[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Станица Мешковская — история 2017 йыл 2 февраль архивланған.
- Церковь (Мешковская)
- Станица Мешковская — место взорванного и стертого с лица земли Свято-Покровского Храма 2016 йыл 28 ноябрь архивланған.