Изге Мәрйәм Инә Бөркәнсеге (Покров) сиркәүе (Новочеркасск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Православие ғибәҙәтханаһы
Изге Мәрйәм Инә Бөркәнсеге (Покров)сиркәүе
Революцияға тиклемге асылмала Почта урамындағы сиркәү
Революцияға тиклемге асылмала Почта урамындағы сиркәү
Ил Рәсәй империяһы
Ҡала Новочеркасск,
Дон Ғәскәре өлкәһе
Конфессия Православие
Нигеҙләнгән 1908 йыл
Бөгөнгө хәле юҡҡа сығарылған

Изге Мәрйәм Инә Бөркәнсеге (Покровы) сиркәүе — православиеның (иҫке йола) сиркәүе элекке Дон Ғәскәре өлкәһендәге Новочеркасск ҡалаһында 1908 йылда төҙөлгән, архитектура стиле — эклектика. Элекке Почта, 39 (хәҙер Пушкин урамы, 41 — был урында хәҙер 5-се янғын һүндереү бүлеге) торған.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XX быуат башында Новочеркасск иҫке йола менән ғибәҙәт ҡылыусылары, православие менән иҫке йола сиркәүе араһында мөнәсәбәттәрҙең 1905 йылда Рәсәй империяһы граждандарына намыҫ, һүҙ һөйләү, йыйылыштар үткәреү союздар төҙөү ирке биреү тураһындағы батша Манифесы сығыуы арҡаһында яҡшыға үҙгәргәс, үҙ ҡалаһында иҫке йола сиркәүе төҙөргә ҡарар иткәндәр. Уларҙың хәлен шулай уҡ 1906 йылда сыҡҡан дин тотоу иреклеге тураһындағы закон еңеләйткән[1].

Новочеркасск казағы иҫке йолаға ышаныусы Дмитрий Федорович Байдаков үҙенең Почта урамындағы ике таш йорто янында сиркәү төҙөү өсөн урын һәм аҡса биргән. Сиркәү төҙөргә рөхсәт алған казактар уны 1907 йылда төҙөп бөткәндәр. Сиркәү эсен Дон ғәскәре соборный ғибәҙәтханаһын һүрәтләп төшөргән рәссам Иван Федорович Попов[2] матурлап дини һүрәттәр менән яҙған.[3]. Сиркәү эсендә ул заманда йәшәгән кешеләрҙең әйтеүе буйынса алтын менән ялатылған матур зәңгәр иконостас торған. 1908 йылдың 26 октябрендә был иҫке йола сиркәүе изгеләндерелгән. Уны Мәскәүҙәге иҫке йола епискобы (старообрядсы) Иоанн Картушин менән уға ярҙам итеүсе епископ Феодосий башҡарған. Дәүләт хакимиәтенән ғәскәр наказлы атаманы— кавалерия генералы А. В. Самсонов та ҡатнашҡан.

Революциянан һуң сиркәү юҡ ителгән. Был ваҡытта ҡалалағы Почта урамында бер-береһенәң 300 метр аралыҡта торған ике Николай сиркәүе лә емертелгән.

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Епархиальные Ведомости», 1908 год.

Примечания[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]