Эстәлеккә күсергә

Изге София соборы (Житомир)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Изге София соборы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған София[d]
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Житомир
Епархия Диоцез Киева-Житомира[d]
Архитектура стиле Классицизм
Рәсми сайт kzd.org.ua
Карта
 Изге София соборы Викимилектә

Изге София соборыЖитомир ҡалаһында рим-католик сиркәүе, Киев диоцезының кафедраль соборы. 1751 йылда төҙөлгән, 1789—1801 йылдарҙа үҙгәртеп ҡоролған.

Собор төҙөлөшө 1737—1751 йылда Киев епискобы Ян Самуил Ожиги инициативаһы менән 1725 йылда төҙөлгән, әммә төҙөлөшө ваҡытында конструктив хаталар арҡаһында нигеҙенә тиклем һүтеп алынған элекке собор урынында төҙөлә[1]. 1751 йылда собор Пресвятая Дева Мария хаҡына изгеләндерелә.

1768 йылда соборҙы Бар конфедерацияһын баҫтырыуҙа ҡатнашҡан батша ғәскәрҙәре яндыра, бер йылдан һуң тергеҙелә[1]. 1789—1801 йылдарҙа ғибәҙәтхананы яңынан төҙөйҙәр: ике ҡабырға часовня өҫтәлә, фасады үҙгәртеп ҡорола, ҡыйығын алмаштыралар, хорҙары төҙөлә, унда яңы орган урынлаштыралар. Үҙгәртеп ҡорғандан һуң баштағы барокко ҡоролма классицизм стилендәге сиркәү ҡиәфәтен ала[2]. 1805 йылда соборға Изге София исеме бирелә

Изге София соборы — фасадында ике башня менән өс нефлы базилика. Төп нефы ярым түңәрәк көмбәҙҙәр менән, ҡабырғалары тәре рәүешле көмбәҙҙәр менән ҡаплана. Сиркәүҙең интерьерында стена һүрәттәре һәм әүәләүҙәр һаҡланған. Айырым торған өс ҡатлы квадрат манара ғибәҙәтхананан төньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан [2].

  1. 1,0 1,1 Киево-Житомирская диецезия: «Костелы и каплицы»
  2. 2,0 2,1 Н. Л. Жариков. Памятники градостроительства и архитектуры Украинской ССР: иллюстрированный справочник-каталог в четырех томах. Будивельнык, 1986. Т. 2, стр. 145