Изге Урбан соборы
Изге Урбан соборы | |
Кем хөрмәтенә аталған | Урбан I[d] |
---|---|
Дәүләт | Германия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Gelsenkirchen-Nord[d][1] |
Архитектура стиле | неоготика[d] |
Мираҫ статусы | архитектура ҡомартҡыһы[d] |
Изге Урбан соборы Викимилектә |
Изге Урбан соборы (нем.Propsteikirche St. Urbanus) —Гельзенкирхен (Германия) ҡалаһының төп католик ғибәҙәтханаһы. 1890 йылда Гертель Бернхард проекты буйынса төҙөлгән, ә 1893 йылдың 10 октябрендә епископ Мюнстер Герман Дингельстад тарафынан изгеләндерелгән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сиркәү төҙөү тарихы быуаттар төпкөлөнә китә. Билдәле булыуынса, хәҙерге собор урынында бер нисә быуатҡа тиклем шул уҡ исем менән икенсе собор булған. Сиркәү тураһында беренсе тапҡыр 1019 йылда телгә алына. Пастор Альберт Ниман башланғысы менән иҫке сиркәүҙең мәхәлләһе 1890 йылда һүтеп алына, һуңынан неоготик стилдә яңы собор төҙөлә. 1920 йылда сиркәү ремонтлана һәм яңынан биҙәлә, 1936 йылда хор зонаһы ҙурайтыла һәм яңынан ҡорола. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында сиркәү ныҡ зыян күрә һәм 1946—1949 йылдарҙа яңынан ҡорола[2]. 1963—1964 йылдарҙа яңы литургия талаптарына ярашлы интерьерының реконструкцияһы үткәрелә. Изге Урбанус соборы Гельзенкирхен ҡалаһында иң боронғо ҡоролмаларҙың береһе булып тора[3]. Сиркәүҙә ҡаланың төп ғибәҙәттәре башҡарыла, шулай уҡ католик ҡоролма үҙенең архитектруа стимле менән күп туристарҙы йәлеп итә. Изге Урбан соборы 40 000 ашы католигы менән иң ҙур немец епархияһы иҫәбенә инә[4]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Kultur Gelsenkirchen .
- ↑ Kirchenfuehrer .(недоступная ссылка)
- ↑ Propsteikirche St. Urbanus Erläuterung .