Измайлово баҡсаһы (Санкт-Петербург)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Измайлово баҡсаһы
Рәсем
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Беренсе яҙма телгә алыу 1724
Commons-logo.svg Измайлово баҡсаһы Викимилектә

Измайлово баҡсаһы (Буфф баҡсаһы)Санкт-Петербургтағы парк, Фонтанка йылғаһы яры буйында урынлашҡан.

Парк һәм баҡса[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1724 йылда Измайлово баҡсаһы урынында Петр I арҡалаштарының береһе — Румянцевтың усадьбаһы урынлаша. Усадьба биләмәһендә даими стилдәге парк булдырыла.

Императрица Екатерина II ваҡытында усадьба хужаһы булып уның фавориты П.А. Зубов тора. Парк матур сәскәләр баҡсаһына әүерелә.

Александр I хакимлығы башына паркты үлән баҫа һәм ул даиминан пейзажға әүерелә. XIX быуат башында ул «Измайлово» исемен ала, сөнки уның эргәһендә Фонтанка йылғаһы ярында Измайлов полкы казармалары урынлаша.

1835 йылда сауҙагәр А. Тарасов паркты һатып ала. 1888 йылда территорияһы Петербург немец «Шустер-клубына» ҡуртымға тапшырыла. Ҡуртымға алыусылар паркта ресторан, тынлы оркестр өсөн эстрада-ҡабырсаҡ, асыҡ эстрада төҙөй, унда арҡан буйлап йөрөүселәр, фокуссылар һәм гимнастар сығыш яһай. Измайлово паркы популяр күңел асыу урынына әйләнә.

Буфф баҡсаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1898 йылда Ярославль сауҙагәре Петр Тумпаков паркты 25 йылға ҡуртымға ала һәм бер нисә кардиналь үҙгәртеүҙәр башҡара. Бөтә элекке немец клубының биналары һүтеп алына, улар урынына яңы ресторан төҙөлә, электр яҡтыртыуы үткәрелә, ә инеү урынында ҙур сәскә баҡсаһы эшләнә. Бынан тыш, Тумпаков баҡсалағы иҫке театр бинаһын яңынан төҙөй һәм уны Буфф театры тип атй. Яңы бина архитектор В. Шухов проекты буйынса төҙөлә.

Сауҙагәр яңы театр өсөн оперетта труппаһын йыя, һәм 1910 йылда асылған ,Буфф театры тиҙ арала популярлыҡ яулай. Тамашасыларҙың һөйөүен театр, Тумапковтың 1911 йылда үлеменән һуң да юғалтмай[1].

Совет осоронда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Парк 1917 йылғы революциянан һуң да эшләүен дауам итә. 1938 йылда Буфф театры бинаһы үҙгәртеп ҡорола, тамаша залы киңәйтелә. Бынан тыш, баҡсала йәйге павильон төҙөлә, унда шахмат турнирҙары һәм концерттар үтә. Блокада ваҡытында парк йәшелсә баҡсаһы функцияһын үтәй.

1948 йылда паркҡа Измайлово исеме кире ҡайтарыла, ә элекке Буфф театры Измайлов баҡсаһының Йәйге театры тип атала башлай. Ул 1980 йылдар аҙағына тиклем популяр концерт майҙансығы булып ҡала. 1980 йылда паркта яңы Йәштәр театры асыла

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2007 йылда парктың реконструкцияһы үтә. Иҫке театр бинаһы һаҡлап ҡалына, 2010 йылда өс ҡатлы яңы театр асыла[2][3]. Спектаклдәр иҫке сәхнәлә лә, шулай уҡ Йәштәр театрының яңы сәхнәһендә лә үткәрелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Баҡса измайлово http://www.spbguides.ru(недоступная ссылка)
  2. Баҡса измайлово http://petersburg-history.narod.ru
  3. Увеселительный баҡсаһы-театр «К» . Баҡса измайлово