Ике өйлө үҫемлектәр
Падуб обыкновенный, или остролист (Ilex aquifolium), — двудомное растение.
Сверху — цветоносный побег мужского растения. Вверху справа — мужской цветок (увеличено) с тычинками и пыльцой; рыльце редуцировано, стерильно. Ниже — цветоносный побег женского растения. Внизу справа — женский цветок (увеличено) с полноценным рыльцем и редуцированными стерильными тычинками без пыльцы. |
Сәскәле үҫемлектәрҙең күпселегендә сәскәһенең һеркәстәре лә, емешлектәре лә була. Улар ике енесле сәскәләр (ҡуш енесле).
Ләкин ҡайһы бер үҫемлек сәскәләрендә тик емешлектәр — емешлекле сәскәләр, ә икенселәрендә — тик һеркәстәр — һеркәсле сәскәләр була. Ундай сәскәләр — айырым енесле сәскәләр.
Ҡыяр, кукуруз кеүек үҫемлектәрҙе бер өйлө үҫемлектәр тип атайҙар, сөнки емешлекле һәм һеркәсле сәскәләре бер үк үҫемлектә урынлашҡан.
Киндер, тирәк, ҡуҙғалаҡ, өйәңке, кесерткән, һырғанаҡ һәм талды ике өйлө үҫемлектәр тип атайҙар.
Уларҙың һеркәсле сәскәләре бер үҫемлектә булһа, емешлекле сәскәләре башҡа үҫемлектә урынлашҡан. Күрәндең ҡайһы бер төрҙәре, шулай уҡ, ике өйлө үҫемлеккә инә.
Шулай итеп, Ике өйлө үҫемлектәр- һеркәсле сәскәләре бер үҫемлектә булһа, емешлекле сәскәләре башҡа үҫемлектә урынлашҡан үҫемлектәртәр ул.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пономарёв А. Н., Демьянова Е. И. Разделение полов как приспособление к перекрёстному опылению // Жизнь растений. В 6-ти т. / под ред. А. Л. Тахтаджяна. — М.: Просвещение, 1980. — Т. 5. Ч. 1. Цветковые растения. — С. 56—57. — 430 с. — 300 000 экз.
- Кошель П. А. Размножение цветковых растений // «Биология» издательского дома «Первое сентября» : газета. — 2004. — № 12, 13, 14.
- Г. Д. Зәйнуллина. Урыҫса-башҡортса башҡортса-урыҫса умартасылыҡ һүҙлеге. — Өфө, 2001. — тираж 3000 экз.
Был биология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырыр кәрәк. |