Эстәлеккә күсергә

Искәндәров Ильяс Фәрхәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ильяс Фархадович Искандаров битенән йүнәлтелде)
Ильяс Фәрхәт улы Искәндәров
Ильяс Фәрхәт улы Искәндәров
Флаг
Флаг
Габон Республикаһында Рәсәй Федерацияһының ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе
Флаг
Флаг
 17 август 2020 йыл
Президент: Владимир Путин
Алдан килеүсе: Кураков Дмитрий Викторович
 
Тыуған: 20 октябрь 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (59 йәш)
Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Түбәнге Һаҙ ауылы
Профессияһы: дипломат

Искәндәров Ильяс Фәрхәт улы (20 октябрь 1965 йыл) — дипломат. 2020 йылдан Габон Республикаһында Рәсәй Федерацияһының ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе.

Ильяс Фәрхәт улы Искәндәров 1965 йылдың 20 октябрендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Түбәнге Һаҙ ауылында тыуған. 1983 йылда Салауат ҡалаһындағы мәхсүс мәктәпте алтын миҙалға тамамлай һәм Ташкент Дәүләт университетының Көнсығыш факультетына уҡырға инә. Совет әрмеһендә хеҙмәт иткәс уҡыуын Мәскәүҙә дауам итә.[1]

1991 йылда Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлай. Инглиз, француз, ғәрәп һәм иврит телдәрен белә. 1991 йылдан дипломатия хеҙмәтендә.

20062011 йыл — Тунистағы Рәсәй илселеге советнигы

20112014 йыл - Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка департаментындағы бүлек начальнигы.

20142020 йылдар - Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығының Африка департаменты директоры урынбаҫары.

2020 йылдың 17 авгусынан - Рәсәй Федерацияһының Габондағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе

Дипломатик рангтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2-се класлы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсе (22 ноябрь 2010 йыл)[2].
  • 1-се класлы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсе (8 июнь 2020 йыл)[3].