Индеецтарҙың Ҡояш бейеүе
Индеецтарҙың Ҡояш бейеүе | |
Индеецтарҙың Ҡояш бейеүе Викимилектә |
Ҡояш бейеүе — (ингл. Sun Dance) Төньяҡ Америка индеецтарының, беренсе сиратта Бөйөк тигеҙлек индеецтары өсөн, иң мөһим дини тантанаһы. Шулай уҡ Medicine Lodge церемонияһы тип атала. Айырым күсенеп йөрөгән ҡәбиләләр төркөмдәре йоланы башҡарыу өсөн бергә йыйылған. Ҡояш бейеүенең килеп сығышы бөтөнләй асыҡ түгел. Ун туғыҙынсы аҙағына тантана Саскачевандағы (Канада) тигеҙлектәге оджибваларҙан алып Техастағы (Америка Ҡушма Штаттары) кайоваларға тиклем тигеҙлектең күпселек индеец ҡәбиләләре араһында ҙур булмаған вариациялар менән тарала[1].
Ҡағиҙә булараҡ, Ҡояш бейеүе һәр ҡәбилә тарафынан йылына бер тапҡыр яҙ аҙағында йәки йәй башында үткәрелә. Был ваҡытта бизондар Бөйөк тигеҙлектәрҙең оҙон ҡышынан һуң көтөүлеккә йыйыла — был тантанаға килгән йөҙәрләгән кешене ашатырға мөмкинлек биргән[1]. Һәр ҡәбиләнең үҙ тәжрибәһе һәм тантаналы йолалары булған. Һәр ҡәбиләнең үҙ тәжрибәһе һәм тантаналы йолалары була, әммә күп кенә вариацияларҙың бер төрлө элементтары бар: быуындар аша тапшырылған бейеүҙәр, туған телдәрҙәге йырҙар, доғалар, ризыҡланыу әҙәбе. Бөйөк рухҡа ҡорбан килтереү маҡсатында, Ҡояш бейеүенең ҡайһы бер версияларында күкрәк, ҡул һәм арҡа тиреһен киҫкәндәр, уларға махсус сәнскеләр беркетелгән, һуңынан шуның осона ҡайыш бәйләнгән һәм бағанаға — «тормош ағасына» беркетелгән, был Аллаһы тәғәлә менән тура бәйләнеште аңлатҡан.
Тантана
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лакота индеецтарында тантана түбәндәгесә үтә. Урманда һуңынан тантананың үҙәк бағанаһы итеп ҡулланылған "тормош ағасы"н эҙләйҙәр. Артабан ағасты ҡырҡыу өсөн ҡыйыу йәки лайыҡлы яугир һайлап алына. Ағасты ергә тейҙермәгәндәр, ботаҡтарын ҡырҡҡандар, тантана үткәреү урынына алып барып, арена уртаһына ҡуялар. Ҡояш бейеүе икенсе көндөң иртәһендә башлана, был саҡта ҡатнашыусылар ҡалҡып сығып килгән ҡояшҡа ҡарай. Тантананың был өлөшө, үҙҙәрен ҡорбанға килтереүселәр әҙерләнгәнсе, дүрт көн дауам итә.
Был кешеләр (ғәҙәттә ир-егеттәр, һирәгерәк ҡатын-ҡыҙҙар) хәрби йәки һунар күнекмәләрен алырға йәки ауырыу туғандарын һауыҡтырыуҙы һорай. Арена тирәләй бизондарҙың баш һөйәктәрен урынлаштыралар, ә ҡолғаға иләнмәгән тире ҡайышы бәйләйҙәр. Бейеүселәрҙең күкрәгенең ике яғында ла уйымдар яһала, уларға ҡайыштар менән бағанаға беркетелгән һөйәктәр ҡуйыла. Бейеү башлана, уның маҡсаты — ҡуйылған һөйәктәрҙе тәндән тартып алыу. Бейеүселәр, тәнен ысҡындырырға тырышып, артҡа сигенә. Икенсе вариант буйынса бизондарҙың баш һөйәктәрен шундай уҡ ысул менән арҡаһына беркетәләр һәм йолала ҡатнашыусы уларҙы, баш һөйәге айырылғанға тиклем, таш һәм ҡыуаҡлыҡтар буйлап һөйрәп алып йөрөй. Үҙ аллы ысҡындыра алмағандарға уларҙың кәңәшселәре ярҙам итә[2].
Тантанаға мөнәсәбәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә халыҡтар ҙа Ҡояш бейеүендә. тирене ҡырҡып, уйымдар яһамаһа ла, Канада Министрҙар кабинеты тантананың был элементын 1895 йылда, ә АҠШ хөкүмәте 1904 йылда тыя. Әммә хәҙер ритуал ике илдә лә яңынан законға ярашлы.
Шулай уҡ уҡығыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Индееецтарҙың ритуалдары Индейские ритуалы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Sun-Dance (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 10 ғинуар 2010.
- ↑ Purcell, William The Sun Dance (ингл.). lakotawritings.com. Дата обращения: 10 ғинуар 2010. Архивировано из оригинала 13 ғинуар 2010 года. 2010 йыл 13 ғинуар архивланған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Индейский танец с обручем
- Воладор
- Кинофестиваль Сандэнс
Шулай уҡ уҡығыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Zelitch, Jeffrey The Lakota Sun Dance (ингл.). University of Pennsylvania Museum of Archaeology and Anthropology (1970). Дата обращения: 10 ғинуар 2010. Архивировано 14 апрель 2012 года.