Индонезия әҙәбиәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пуджанһга Бару журналының тышлығы, 1937 йыл

Индонезия әҙәбиәте — Индонезияның ике төп мәҙәни өлкәләре: яван һәм малай халҡының һөйләү һәм яҙма тел ҡомартҡыһы берлеге, шулай уҡ индонезия телендәге дөйөм милли әҙәбиәт[1].

Нигеҙ һалыныу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дөйөм милли әҙәбиәт 19 быуат аҙағынан башлап Индонезияла милли аң уяныу һәм индонезия милләтенең нығыныу барышында формалаша башлаған. Уның инешендә ваҡытлы матбуғат һәм 19 быуаттың аҙаҡҡы утыҙ йыллығы — 20 быуаттың башындағы «түбән» малай телендәге үҙенсәлекле ҡала әҙәбиәте тора. Был тел электән архипелагта йәшәүселәр өсөн милләт-ара аралашыу сараһы булып торған. Лим Кинху, Ф. Виггерс, Джа Эндар Муда — Европа һәм Ҡытай телдәренән тәржемәләүсе иң тәүге мәғрифәтселәр һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙең авторҙары[2].

Шиғриәттә европаға хас поэтик формалар һәм размерҙарҙы (Индриктың «Йәсминдән венок» йыйынтығы) уңышлы ғына ҡулланыу менән бер рәттән малай әҙәбиәтенә хас лирик пантун һәм эпик шиғырҙар, шул иҫәптән мәҫәлән Тан Тенгкиның беренсе тимер юлы төҙөлөшө йәки Баварияға Рәсәй батшаһының улы килеүе тураһындағы мәғлүмәти-публицистик поэмалары өҫтөнлөк итә[3].

Үҙендә тәржемәүи әҫәрҙәрҙең йоғонтоһон кисергән һәм голланд телле әҙәбиәт менән параллель үҫешкән проза (Г. Франсистың «Ньяи Дасима» (1895), Х. Коммерҙың «Ньяи Паина» 1900) европалыларҙың ньяи — ерле халыҡтан алған ҡатындары тураһындағы бер ҡатлы ябай — ысынбарлыҡҡа ҡоролған көнкүреште һүрәтләүсе повестары һәм Минахаста йәшәүсе Фредерик Пангемананндың «Си Чонат» (1900) исемле юлбаҫарҙар тураһындағы мажаралы повесы менән күрһәтелә.

Индонезиялыларҙың сәйәси әүҙемлеге, бигерәк тә «Сарекат Ислам» (1912) тип аталған күп һанлы кешеләрҙе үҙ аҫтына алған сәйәси ойошма барлыҡҡа килгәндән һуң, индонезия һәм ҡытай-малай әҙәбиәттәрен айырыуға килтерә.

Был процесс яван һәм сундтар яҙған көнкүреште һүрәтләүсе, ә аҙаҡтан милләтсел һәм колониялыҡҡа ҡаршы йүнәлтелгән романдар һәм повестарҙа, шул иҫәптән Тирто Ади Сурьоның (1880—1918) «Бусоно» (1910) һәм «Ньяи Пермана» (1912) исемле повестарында, Марко Картодикромоның (1890—1932) «Ҡоторған» (1914) һәм «Студент Хиджо» (1919) романында, Семаунаның (1899—1971), «Кадирун тураһындағы повесы»нда (1924), Мөхәммәт Санусиҙың (1889—1967) «Сити Раяти» (1923) әҫәрҙәрендә, Рөстәм Әфәнденең (1902—1979) «Бебасари» («Дева-Свобода», 1924) исемле шиғри драмаларында сағылыш тапты.

«Хөкүмәттең власын ҡаҡшатырлыҡ» әҙәбиәт ағымы артыу сәбәпле борсолған колониаль хакимиәте ерле мәктәп һәм халыҡ уҡыуы буйынса (1908) Комиссияның сиктәрендә эшләнгән мәғрифәтселек һәм нәшерселек эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Был Комиссия 1917 йылда «Балей Пустака» тип аталған нәшриәткә әйләндерелә, мәктәптәрҙә белем биреү алып барылған яван (50 %), малай, сундан һәм мадур телдәрендә китаптар баҫтыра)[4].

Ошо нәшриәттең эшмәкәрлеге адат романы тип аталған жанрҙың нығыныуына килтерә. Йәш быуындың үткән заман ҡалдығына ҡаршы көрәшен сағылдырған Мерари Сирегараның (1896—1941) «Бәләләр һәм ғазаптар» (1921), Нур Сутан Искәндәрҙең (1893—1975) «Һәләкәтле мөхәббәт» (1926), Һәм араларында иң шәбе — Мараха Руслиҙың (1989—1968) «Сити Нурбая» (1922, урыҫ теленә тәрж. 1960) тап ошо турала.

Европа һәм Индонезия ҡиммәттәр системаһының бәрелешен үҙәк тема итеп ҡуйған, суматран сиктәренән сыҡҡан беренсе китап — милли хәрәкәттең күренекле эшмәкәре Абдула Муистың (1898—1959) «Дөрөҫ булмаған тәрбиә»һе (1928, урыҫсаға тәрж. 1961) булды.

1928 йылда үткән Йәштәр Конгресы әҙәбиәтте үҫтереү өсөн етди этәргес көс була. Бында илдең, милләттең һәм артабан индонезия теле тип атарға тәҡдим ителгән телдең берлеге тураһында резолюция ҡабул ителә. Был конгреста Мөхәмәт Яминаның (1903—1962) «Кен Арок һәм Кен Дедес» исемле берҙәмлеккә саҡырыусы пьесаһы ҡуйыла. Был автор беренсе булып шиғриәттең классик формаларына һаҡсыл ҡараш менән экспериментлай башлай («Тыуған ил» йыйынтығы, 1922 йыл). Шулай уҡ ул күп һанлы пьесалар, эсселар, тарихи романдар һәм поэмалар, Шекспир һәм Тагорҙың әҫәрҙәренең тәржемәләре лә уның эше. Күренекле шағир һәм драматург Сануси Пане (1905—1965) — дөйөм милләт проблемаларын сағылдырған суматран яңырыуында иң сағыу авторҙарҙың береһе.

1933 йылдан «Пуджанга Бару» журналы индонезия әҙәбиәтенең артабанғы үҫеше һәм эстетик фекерҙең тупланыу үҙәгенә әүерелә. Был матбуғат сараһының яңы шиғриәтте үҫтереүҙә, шулай уҡ Әмир Хамзахтың (1911—1946) суфыйсылыҡ рухы менән һуғарылған ижадында юғары үрҙәргә ирешкән традицияларҙы яңыртыуҙа әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

1936 йылда Панджи Тиснының (1908—1978) «Сукрени — бали ҡыҙы» тип аталған повесы донъя күрә. Был — азатлыҡ осорона тиклемге алыпһатарлыҡ этикаһының бали йәмғиәтенә кире йоғонтоһо проблемаһын күтәргән иң оригинал әҫәрҙәрҙең береһе. Голланд телендә яҙыусы, 1940 йылда «Сылбырҙарын ташлаусылар» повесын сығарыусы Суварсих Джойопуспито (1912—1977) иң танылған Индонезия авторы булып китә.

Бойондороҡһоҙ Индонезия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәс, «Быуын — 45» тип аталған яңы ағым барлыҡҡа килә. Уның башында әҙәби ҡалыптарҙан баш тартып, шиғриәтте урам телендә һөйләргә мәжбүр иткән шағир Хәирил Әнүәр (1922—1949) тора. (Йыйынтыҡтары «Тауыш һәм саң» и «Осло таш» һәм «Таланғандар һәм кәмһетелгәндәр», 1949). Был осорҙа драматургия уңышлы үҫешә. Усмар Исмаил (1921—1971), Армейн Пане (1908—1970). Прозаның яңырыуы беренсе булып повесть һәм хикәйәләргә ябай кеше образын индереүсе, тормошсан темаларға мөрәжәғәт итеүсе Идрустың (1921—1979), һәм бигерәк тә илдең бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәште һүрәтләүсе әҫәрҙәр ижад итеүсе Прамудья Ананта Тураның (1925—2006) исемдәре менән тығыҙ бәйләнгән. Утуй Татанг Сонтани (1920—1979) бөтә донъяға танылыу алған беренсе Индонезия драматургы булып таныла. Был осорҙа иң уңышлы эшләүсе яҙыусылар — Сурварсих Джойопуспито (1912—1977), Ахдиат Картамихарджа (1911—2010), Тоха Мохтар («Ҡайтыу» повесы).

1960—1970 йылдарҙа прозаның яңырыуы Иван Симатупанг (1928—1970) («Ҡыҙыл ҡыҙыллыҡ», «Ғибәҙәт ҡылыу», «Ҡоро ер» романдары) һәм Данартоның («Төрткө», «Армагеддон», «Ностальгия»), шиғриәттә — Сутарджи Калзум Бахри (1941), драматургияла — Арифин С. Нураларҙың (1941—1995) («Төпһөҙ ҡоҙоҡ», «Мадиун оркестры» һ. б.)[5] ижады менән бәйләнгән. Яңы ғына төрмәнән сыҡҡан Прамудья Ананта Туромдың 1980 йылда баҫылған «Кешеләр донъяһы» романы (1986 йылда урыҫ теленә тәржемә ителгән) — 19—20 быуаттар сигендә индонезиялыларҙа милли аңы уяныу тураһындағы тетралогияның беренсе китабы — илдең рухи тормошонда күҙгә күренерлек ваҡиға була[6].

Прамудья Ананта Туру кеүек, В. Мангунвиджая (1929—1999) («Туҡыусы ҡоштар» романы, 1981; «Роро Мендут» трилогияһы, 1983—1987), Әхмәт Тохари (1948 й.) («Пароктан килгән бейеүсе» трилогияһы, 1981—1986), Хайрул Харун (1940—1998) («Мираҫ» романы, 1979), А. Росиди (1938 й.) («Кешелек балаһы», романы 1985), шағирә Диах Хаданинг һ. б. ваҡиғаларҙың эпик сағылышын сәйәси һәм этник материалдың тәрәнәйтелгән анализы менән бәйләүгә мөрәжәғәт итәләр. Эмиграцияла ла әҙәбиәт ижад ителә: Утуй Т. Сонтаниҙың (1920—1979) «Кейемһеҙ» и «Туҡмаҡ» (урыҫ. тәрж. 1988 й.) повестары, Агам Виспиның (1934—2003), Куслан Будимандың (1935 й.) шиғырҙары[7], Путу Ока Сутантының (1939 й.) («Бали әтәсе тураһында йыр» йыйынтығы).

Хәҙерге әҙәбиәт төрлө жанрҙарҙа күрһәтелә, шул иҫәптә яҙыусы Хабибуррахман Саерози сағылдырған поп-әҙәбиәт әҫәрҙәрендә лә сағыла. Яҙыусы Видди Ад Даэри популяр тарихи проза жанрында эшләй.

Ранчаге әҙәби премияһы Индонезияла милли телдәрҙә (сундан, яван, бали) яҙылған әҫәрҙәр өсөн иң абруйлы замана премия булып иҫәпләнә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Sastra Indonesia. — в: Погадаев В. Малайский мир (Бруней, Индонезия, Малайзия, Сингапур). Лингвострановедческий словарь. — М.: «Восточная книга», 2012. — С. 577.
  2. Сикорский В. В. О так называемой китайско-индонезийской литературе // Региональная и историческая адаптация культур в Юго-Восточной Азии. — М.: Московский филиал Георгиевского общества СССР, 1982. — С. 92—117.
  3. Болдырева М. А. Основные вехи развития индонезийской поэзии в XX веке // Материалы XI европейского коллоквиума по индонезийским и малайским языкам. — М., 1999.
  4. Литература — в: Погадаев В. Индонезия. Краткий справочник. Русско-индонезийский разговорник. — М.: Ключ-С, 2013. — С. 124—125.
  5. Leon Agusta. Sutardji Calzoum Bachri: From Bottle-Poet to Sufism. — «Jakarta Post»
  6. Сикорский В. В. О творческом пути Прамудьи Ананты Тура и его романе «Мир человеческий» // П. А. Тур, Мир человеческий, перевод с индонезийского, М., Радуга, 1986, с. 5-18
  7. Сикорский В. В. Творчество индонезийского писателя Утуя Татанга Сонтани // Утуй Татанг Сонтани, Библиографический указатель. М.: ВГБИЛ, 1977, с. 5-35

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Болдырева М. А. Верлибр в современной индонезийской поэзии // Теоретические проблемы литератур Дальнего Востока. М., 1972. (рус.)
  • Сикорский В. В. Литература независимой Индонезии. В кн.: Республика Индонезия. М., 1961. (рус.)
  • Сикорский В. В. Становление современной индонезийской литературы // Вестник истории мировой культуры. — 1959. — № 6. — С. 45-64. (рус.)
  • Сикорский В. В. Индонезийская литература. Краткий очерк. М., Наука, 1964. — 167 с. (рус.)
  • Островский В. К. О периодизации современной индонезийской литературы. // Проблемы востоковедения, 1959. № 6. (рус.)
  • Оглоблин А. К. О характере индонезийской литературы // Языки и литература Дальнего Востока и Юго-Восточной Азии. Тезисы конференции кафедры китайской филологии. Январь 1994 / Отв. ред. В. Б. Касевич. СПб. С.128-133. (рус.)
  • Парникель Б. Б. Литературы Индонезийского архипелага и Малакки // История всемирной литературы: в 9 томах. Т. 5. М., 1988. С. 555—557. (рус.)
  • Braasem W. A. Moderne Indonesische Literatuur, Amsterdam, 1954. (инг.)
  • Teeuw A. Modern Indonesian literature, The Hague, 1967. (инг.)
  • Raffel B. The development of modern Indonesian poetry, Albany (N. Y.), 1967 (инг.) (инг.)
  • Ibnu Wahyudi. The Circumstances of Early Modern Indonesian Literature: A Preliminary Study // International Area Studies Review June 1998. 1: 113—132.
  • Keith Foulcher. Clearing a space. Postcolonial readings of modern Indonesian literature. Leiden: KITLV Press, 2002, 381 pp. [Verhandelingen 202.], Tony Day (eds). (инг.)