Инка почтаһы
Инка почтаһы |
Инка почтаһы — ул Инкылар империяһында бер пункттан икенсеһенә мәғлүмәт тапшырыу ысулдары. Тауантинсуйула махсус граждандар почтаһы булмай. «Часки хеҙмәте» тип аталған дәүләт хәбәр тапшырыу хеҙмәте тулыһынса Инкаға буйһона. Уны Пачакути индергән, тигән фекер бар.
Часки
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хат ташыу менән шөғөлләнгән курьерҙар, үтәгән бурыстарына ҡарап, чуро-часки һәм атун-часкиға бүленә. Тәүгеләре ябай посылкалар һәм хәбәрҙәр тапшырыу менән шөғөлләнә, икенселәре — Инкаға хеҙмәт итә һәм уның йомоштарын үтәй, шуға күрә уларға үтә ныҡ тырышлыҡ күрһәтергә тура килә.
Юл йөрөүҙә уларға ярҙам итерҙәй мал-фәлән булмағанға күрә, курьерҙар билдәле бер араны туҡтамайынса йүгереп үтергә тейеш була. Стратегик юлдарҙа һәр 2-5 км аша постарҠалып:D-ll(чукла) тора, унда хәбәрҙе артабан алып китер өсөн икешәр часки көтә. Шулай итеп, ҙур тиҙлек менән һәм эстафетаны ҡулдан-ҡулға тапшырып, часки теләһә ниндәй хатты йә посылканы бер пункттан икенсеһенә тиҙ арала алып барып еткерә. Хәбәрҙе кемгә бирергә икәнлеге лә курьерҙар аша еткерелә. Тапшырылған мәғлүмәт кипу — төйөн яҙмаһына "төйнәлгән" була.
Часки — инкыларҙың иң ҡатмарлы һөнәрҙәренең береһе. Уларға ҡарата талаптар ҙа ғәйәт ҙур, ә йәшәү рәүештәре бик ябай була, сөнки күп ашау йәки актив енси тормош алып барыу уларҙың эшенә кире йоғонто яһау ихтималлығы шуны талап итә. Малайҙарҙа сыҙамлылыҡ тәрбиәләгән саҡта уҡ йүгеректәрҙе һайлап алалар. 20 йәшендә инде улар хеҙмәт итә, ләкин күбеһе йыш ҡына өлкән йәшкә еткәнсе йәшәй алмай, сөнки хәлдән тайып үлә йәки ашыҡмаған өсөн ҡаты яза ала (башына таяҡ менән һуғалар, аяғын ҡырҡалар). Тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында һәм теләһә ниндәй һауа шарттарында эшләргә тура килеү ҙә йүгереүселәрҙең сәләмәтлеген ҡаҡшата..
Почта тармағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Часкилар хеҙмәтләндергән төп стратегик юл Китонан Кускоға тиклем һәм артабан Чилиға тиклем дауам итә. Ошо юл буйлап эстафетаны береһенән-береһенә тапшырыусы йүгеректәр ҡуйыла. Инканың төп юлы — Китонан Кускоға һәм кире яҡҡа Кусконан Китоға тиклемге ара 2 — 2-2,5 мең километрға тиклем һуҙыла, өҫтәүенә урыны менән юл ҡаялы, текә тауҙар аша бара. Шулай итеп, тәүлегенә 1, 5 км араны йүгеректәр йүгереп үтергә тейеш була (был араны тулыһынса 5 тәүлек эсендә үтәләр).
Ашығыс осраҡтар булһа — һуғыш, бәлә-ҡаза, ихтилалдар булғанда сигнал системаһы ҡулланыла. Көндөҙ тау баштарына усаҡ яғып, төтөн ярҙамында, ә төнөн — ялҡынланып янған усаҡтар тоҡандырыла. Уттың йәки төтөндөң ниндәй төҫтә булыуына ҡарап, ул урында нимә булғаны беленә. Инканың ошо системыһы мөһим мәғлүмәтте фекерҙәштәренә һәм яуҙаштарына бер нисә сәғәт алдан тапшырыу мөмкинлеген бирә.
Шулай уҡ ҡара:
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ангарион
- Дороги инков
- История почты
- История почты и почтовых марок Аргентины
- История почты и почтовых марок Боливии
- История почты и почтовых марок Колумбии
- История почты и почтовых марок Перу
- История почты и почтовых марок Чили
- История почты и почтовых марок Эквадора
- Пешая почта
- Почтовый гонец[en]
- Часки
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Купрієнко С. А. Суспільно-господарський устрій імперії інків Тавантінсуйу: автореф. дис. на здобуття наук. ступеня канд. істор. наук: 07.00.02 / С. А. Купрієнко; КНУ імені Тараса Шевченка. — К.: ЛОГОС, 2013. — 20 с.
- Куприенко С. А. Источники XVI—XVII веков по истории инков: хроники, документы, письма / Под ред. С. А. Куприенко. — К.: Видавець С. А. Купрієнко, 2013. — 418 с. — ISBN 978-617-7085-03-3.
- Нерсесов Я. Н. Тайны Нового Света: От древних цивилизаций до Колумба. — М.: Вече, 2006. — 320 с. — ISBN 5-9533-1458-2.
- Пачакути Йамки Салькамайва, Куприенко С. А. Доклад о древностях этого королевства Перу / Пер. С. А. Куприенко. — К.: Видавець С. А. Купрієнко, 2013. — 151 с. — ISBN 978-617-7085-09-5.
- Талах В.Н., Куприенко С. А. Америка первоначальная. Источники по истории майя, науа (астеков) и инков / Ред. В. Н. Талах, С. А. Куприенко. — К.: Видавець С. А. Купрієнко, 2013. — 370 с. — ISBN 978-617-7085-00-2.
Мәҡәләләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Купрієнко C. А. Система державного управління господарством в імперії інків (укр.) // Дні науки історичного факультету-2011: Матеріали [IV] Міжнародної наукової конференції молодих учених, присвяченої 20-річчю Незалежності України. Вип. {IV:} у 6 част. : сборник. — К., 2011. — В. IV. — С. 33–34.
- Купрієнко С. А. Функціонування системи постоялих дворів, складів і сховищ в Імперії інків (укр.) // Вісник Академії праці і соціальних відносин Федерації профспілок України: Науковий збірник : журнал. — К., 2011. — В. 3 (59). — С. 110—115.
- Куприенко C. А., Ракуц Н. В. Система государственного накопления и распределения продукции в империи инков // Ойкумена. Регионоведческие исследования : журнал. — 2013. — В. 2. — С. 87—94. — ISSN 1998-6785.
- Lessmann R. Peru — Anden und Inka-Wege. In: Ders.: Die kleinen Menschen, die große Lasten tragen. — Wien, 2008. — ISBN 978-3-85476-263-8.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Империя инков, история и рост империи, культура инков . Дата обращения: 2 июль 2011. Архивировано 14 май 2012 года.